Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы

“Башҡортостандың элиталы орлоҡтары” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативына нигеҙ һалған Шишмә селекция үҙәге белгестәре республикала төбәккә яраҡлаштырылған сорттарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк биреү яҡлы. Ғалимдар менән етештереүселәрҙе берләштергән үҙәктең бурыстары һәм үҫеш мөмкинлектәре менән бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡыҙыҡһынды. Тәжрибә делянкаларында юғары уңышҡа өмөт бағлаған культураларҙың һәр ҡайһыһының 6-7 сорты сәселгән. Тәжрибәләр бында оҙаҡ йылдар алып барыла. Шишмә селекция үҙәге етәксеһе ауыл хужалығы фәндәре докторы Әнүәр Шакирйәнов үҫемлектәрҙең һәр береһенең айырым сифаты тураһында ентекләп һөйләй. Ауыл хужалығы бөгөн иҡтисад талаптарына яуап биреүгә йүнәлтелгән. Баҙарҙа юғары кимәл аҡһым менән майлы  культуралар ихтыяждан файҙалана. Ғәҙәти борсаҡты маҡтаулы люпин менән сағыштырғанда өҫтөнлөктө тәүгеһе яулай. Аҡһым миҡдары ун берәмеккә аҙыраҡ булған осраҡта ла ул беҙҙең төбәктә йыл да вәғәҙә ителгән уңышты бирә, ти әнүәр Хафиз улы. Республика башлығын тауар етештереүселәр күпләп үҫтерә башлаған трамбэ, рапс һәм етен культураларының сифаттары ла ҡыҙыҡһындыра. Был үҫемлектәр ике өлөшкә – техник һәм аҙыҡ майын биреүселәргә бүленә. Шул уҡ ваҡытта кулинарияла киң ҡулланылған рапсты, мәҫәлән, селекцинерҙар баҙарҙа талап ителгән техник май биреү яғына үҙгәртә ала. Шишмә селекция үҙәгендә сығарылған орлоҡтарҙы Башҡортостан ғына түгел күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Татарстан хужалыҡтары һатып ала. Бында бөртөклөләрҙең ужым һәм яровой сорттары ла уңышлы тәжрибә үтә. Рөстәм Хәмитов  ғалимдарҙың эш шарттары менән ҡыҙыҡһына. Аграр сәнәғәттә тауар етештереү, орлоҡсолоҡ һәм селекция тармаҡтарын бер төрлө кимәлдә алып барыу йәһәтенән хужалыҡтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, йәш белгестәр һәм ғалимдарҙы йәлеп итеү һәм продукцияның конкурентлығын тәьмин итеү мөһим, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.  Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Шишмә селекция үҙәге республикалағы ғилми ҡаҙаныштарҙы илдә ғәмәли ҡулланыу буйынса ышаныслы аҙымдар яһай.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика