Һыу бар – балыҡ юҡ

Республика кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% үҙебеҙҙә етештерелә. Ни өсөн Башҡортостандың бай йылға-күлдәре буш тора. Евгений … Өфө янында урынлашҡан быуала шәхси эшҡыуарлыҡ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ташландыҡ хәлдә булған урында ул бөгөн һаҙан, суртан, табан балыҡ һәм башҡа төр балыҡтар үрсетә. Бөгөн республикала балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булған меңдән ашыу йылға, 456 күл, 16 һыуһаҡлағасы һәм 142 быуа бар. Волга буйы федераль округында республика Һарытау һәм Пенза өлкәләренән ҡалышып балыҡ етештереү буйынса өсөнсө баҫҡыста килә.  Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарына бай төбәк. Был эш өсөн 510 берәмек һыуһаҡлағысы һәм быуа, 150-гә яҡын гидротехник ҡоролмалманы файҙаланырға булыр ине. Тик гидротехник ҡоролмаларҙың техник документтары булмауы, уларҙы ҡуртымға алыу ҙур проблемаға әүрелә. Был мәсьәләне хәл итер өсөн Башҡортостан ҡануниәтендә ҡуртымға биреү шарттарын йомшартыу-көн талабы. Статистикаға ярашлы бөгөн республикала 7 мең гектар һыу ятҡылыҡтары буш тора. Әгәр ҙә булған күл-быуалар эшкәртелһә унда йылына кәм тигәндә 5 мең тонна балыҡ алырға булыр ине. Ҡыҙғанысҡа Башҡортостан кибеттәрендә һатылған балыҡтын тик 5% ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Мәҫәлән, Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы йылына мең ярым тонна балыҡ үрсетә. Шуның ни бары биштән бер өлөшө, яҡынса 300 тоннаһы ғына республикала ҡала. Төбәктә балыҡ үрсетеү тармаған үҫтереү өсөн хөкүмәт яғынан төрлө субсидиялар ҙа ҡаралған. Былтыр уның күләме яҡынса 22 миллион һум булһа, быйыл 25 миллион һум тирәһе. Балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе бөгөн закондарҙың камил булмауы шөрләтә. Шулай ҙа эшҡыуарҙар, балыҡсылыҡ буйынса дәүләт программаларының камиллашыуына өмөт итә. 2017 йылда республиканың балыҡсылыҡ хужалыҡтары 1 мең 910 тонна балыҡ ала. Шуларҙың 1 мең 510 һатыуға, 50 тоннаһы селбәрәләй башҡа һыу ятҡылыҡтарына оҙатыла. Һәм киләһе йылдарҙа был һанды тағы ла арттырырға ниәтләйҙәр. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

3 часа 36 минут назад
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

3 часа 37 минут назад
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

3 часа 38 минут назад
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

3 часа 39 минут назад
Смотреть видео "Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ | ГТРК «Башкортостан»

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ

20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ

20 октября 2020
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда ямғыр яуыуы фаразлана

Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, иртәгә төндә урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4-кә тиклем, аяҙытҡанда -9-ға ҡәҙәр, көндөҙ +3, +8...

20 октября 2020
Смотреть видео Етәкселәр менән етди һөйләш | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәр менән етди һөйләш

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров автомобиль юлдарында һәм район-ҡалаларҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Әлегә республикала 218 мең урында соҡорҙар бөтөрөлгән. 15-се ноябргә-төҙөлөш миҙгеле тамамланғанға тиклем юлдарҙа тағы ла 20 мең соҡорҙо тигеҙләргә кәрәк. Йорт ихаталарында...

20 октября 2020
Смотреть видео Иркен, таҙа, хәүефһеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, таҙа, хәүефһеҙ

 “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү 2019-сы йылдан алып ғәмәлгә ашырылып килә. 2020 йылда был программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Әлегә тиклем башҡала тарихында бындай күләмдә төҙөкләндереү өсөн аҡсалар бүленгәне...

20 октября 2020
Смотреть видео Ер урынына — 250 мең һум | ГТРК «Башкортостан»

Ер урынына — 250 мең һум

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Бер тапҡыр бирелә торған түләү — 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ...

20 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы һаҡланамы? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы һаҡланамы?

Республика башлығының указына ярашлы, ҡала урамдарында һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлауҙы күҙәткән рейдтар дауам итә. Рейд барышында 90 автобус тикшерелгән, протокол төҙөргә лә тура килгән.  Башлыса, траспортта йөрөүселәр битлек режимын һаҡлай. Был һорауға еңел ҡараусылар ҙа юҡ...

20 октября 2020
Яндекс.Метрика