Аллоплант мөғжизәһе

Сик кәртәләре менән “өмөтһөҙ” хөкөмө – ҡамасау түгел. Ғәрәп илдәренән Башҡортостанға юлланған кешеләрҙе бер маҡсат берләштерә – улар донъяны үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй. Мхәнәүи Шитиру Фиаль Ғәҙән күҙҙәрен асыуға һуңғы өмөтөн Өфө табиптарына бағлай. Профессор Эрнст Мулдашев һәм уның тылсымлы ҡоралы тураһында ғәрәп доъяһы күптән хәбәрҙар. Юғиһә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластика хирургияһы үҙәгендә Яҡындағы көнсығыш дәүләттәренән килгән пациенттар һаны артмаҫ та доктор үҙе ғәрәп телендә аралашмаҫ ине. Егерме йыл буйына һуҡырайыуҙы туҡтатыр белгесте үҙ илендә лә, Европа дәүләттәрендә лә таба алмаған Ирак шейхы, Өфөлә операцияның иртәгәһенә күреү бәхетен ҡайтарғас, күҙ йәштәрен тыймай. Донъяла тиңе булмаған аллоплант мөғжизәһен Алжир ҡыҙы Хайфа ла үҙ тәнендә татыған. Испания, Франция офтальмологтарының өмөтһөҙ тигән хөкөмө менән ризалашмай Өфөгә килеүгә өлгәшә. Операциянан һуң уянған минутын үҫмер тулҡынланыу менән хәтерләй. Ҡыҙының шатлыҡ мәлдәрен әсә видеояҙмаға теркәп бара. Был хәтирә генә түгел, Өфөләге күҙ һәм пластика хирургияһы үҙәге тураһындағы мәғлүмәтте башҡаларға танытыр өсөн дә мөһим. Әле бында Ливия, Алжир, Мысыр, Ирактан килгән сирлеләр дауалана. Башҡортостан табиптары ҡулланған ысул һуҡырайыуҙың иң ҡатмарлы осраҡтарын да төҙәтә ала. Үҙәктә көнөнә тиҫтәгә яҡын операция яһала. Операцияның ниндәй ҡатмарлыҡта булыуына ҡарамаҫтан уның барышын ошо бүлмәлә ошо быяла аша күҙәтергә мөмкин. Белгестәр, белемен камиллаштырған табиптар һәм студенттарға. Пациенттың туғандары һәм яҡындарына, әлбиттә,  был бүлмәгә инеү тыйыла. Операция уңышлы тамамланғас профессор Мулдашев улар менән мотлаҡ осрашып, кәңәштәр бирә. Аллоплант беркетелгәс өс-дүрт айҙан һуң һөҙөмтәне нығытыр өсөн йәнә бер нисә тапҡыр табиптарға күренергә тура киләсәк. Яҡындағы Көнсығыш дәүләттәре өсөн хәҙер Рәсәйгә килеү шарттары еңелләште. Тимәк, күҙ һәм пластика хирургия үҙәге пациенттары сик үтеп инеүгә бәйле ҡаршылыҡтарға  тарымаясаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына  оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

22 октября 2020
Смотреть видео Cәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә

Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ   китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика  - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары  үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы  - төбәктең иң  бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

22 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

22 октября 2020
Смотреть видео Өфөлә быйыл  күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде

Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты  башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

22 октября 2020
Смотреть видео Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә.  Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

22 октября 2020
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

22 октября 2020
Смотреть видео Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте  | ГТРК «Башкортостан»

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

21 октября 2020
Смотреть видео Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала

Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

21 октября 2020
Смотреть видео Киҙеү миҙгеле менән короновирус | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү миҙгеле менән короновирус

Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

21 октября 2020
Смотреть видео Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә

Башҡортостанда  коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

21 октября 2020
Яндекс.Метрика