Шипкән уңышы

Федоровка районының «Яҫаҡлы» крәҫтиән-фермер хужалығы былтыр беренсегә сәсеп ҡараған шипкән культураһын һуғып алды. Техник май һығып биологик яғыулыҡ, һабын етештереүҙә сеймал булараҡ ҡулланылған шипкәнде хәҙер һатып алырға теләүселәр ҙә арта. Сәселгән иген культураһын түкмәй-сәсмәй һуғып алыу өсөн өр-яңы техника һәм комбайнсының тәжрибәле булыуы хуп. Насыровтар ғаиләһе өсөн быйылғы уңыштың күләме һәм кимәле бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра. Көндәрен баҫыу эшендә үткәргән ғаилә былтыр беренсегә шипкән сәсеп ҡараған. Ҡышты үткәргән шипкән культураһының ыңғай яҡтары күберәк, тип һанай хужалыҡ. Баҫыуҙа сүп үләне үҫеп, артыҡ мәшәҡәт тә тыуҙырмай, көкөрт еҫле һабаҡтары баҫыуға малды килтермәй. Әммә орлоҡтары ваҡ булыу сәбәпле, йыйыу-таҙартыу эштәрендә ҙур иғтибар талап итә. Йыйып алынған шипкәндең майын һығып, шулай уҡ биологик яғыулыҡ, һабын етештереүҙә сеймал булараҡ та файҙаланалар. Бөтәһе биш баҫыу тотҡан Насыровтар ғаиләһе өсөн шипкән ҙур уңыштарҙың береһе. Әле иһә ике баҫыуҙан иген культураһы йыйып алынған.  Үҙенә яңы асыш яһап та, сәсеүлек эшен киңәйтеү маҡсаты менән дә шипкән үҫтереп ҡараған хужалыҡтан хәҙер был культураны һатып алыусылар һаны ла етәрлек. Юғары килемгә иҫәп тотҡан Насыровтар ғаиләһе бөгөн тап шипкәндә тотороҡло табыш сығанағын күрә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бесәй яратыусылар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Бесәй яратыусылар өсөн

Оҙаҡламай Өфөлә ҡала шарттарына яраҡлашҡан иң отошло  бесәй  тоҡомо барлыҡҡа киләсәк. Был үҙенсәлекле проект өҫтәндә башҡаланың    фелинология федерацияһы эшләй. Уларҙың тәүге һөҙөмтәләре лә бар.  Таныш булығыҙ, был бесәйҙең исеме Амбер.  Уға бер йәш. Амбер ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнөн уҙғарыуға әҙерлек башланды

 Башҡортостан башлығы Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни-ағартыу саралары ойошторола.Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетына Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселек итә....

19 ноября 2020
Смотреть видео Йоҡа боҙ | ГТРК «Башкортостан»

Йоҡа боҙ

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөнән йөрөмәҫкә кәңәш итә. Әле ҙур йылғалар туңмаған, ә күлдәрҙә һәм быуаларҙа боҙ ҡалынлығы уртаса 5 сантиметр ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бар. Бигерәк тә балыҡсылар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Улар ҡомарын тыя...

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Яңы йыл шыршыларын әҙерләү башланды

Баҙарға быйыл 120 меңдән ашыу ағас һатыуға сығарыласаҡ.  Ҡупшыҡайҙар Дыуан, Асҡын, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Белорет һәм Бәләбәй райондары урмансылыҡтарынан килтерелә. Урман хужалығы министрлығынана хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итә.

19 ноября 2020
Смотреть видео Йүнсел йүнен таба  | ГТРК «Башкортостан»

Йүнсел йүнен таба

Ауылдарҙа крәҫтиән – фермер хужалыҡтары арта икән, тимәк ауыл йәнләнә. Төп шарт тынғыһыҙлыҡ  һәм егәрлелек. Борай районының Дүсмәт ауылында йәш ғаилә буш торған ферманы һатып алып бер йыл эсендә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырған. Маҡсатлы Фәхретдиновтар ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты....

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Ауыл халҡы ҡош-ҡортон һуйып мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй. Йүнселдәре уны һатып аҡса ла эшләй. Быйыл ҡаҙ өмәләре иртәрәк башланды. Был, тәү сиратта, ҡош киҙеүенә бәйле. Күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә был ҡурҡыныс сир барлығы асыҡланды. Шуға ла республиканың ветеринария идаралығы халыҡҡа...

19 ноября 2020
Смотреть видео Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды | ГТРК «Башкортостан»

Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды

Алты мең битлек, һигеҙйөҙ санитайзер һәм  химик эшкәртеү шыйыҡсалары тултырылған өс тиҫтә һауыт. Республика ирекмәндәре йүнселдәрҙән хәйриә ярҙамы алды. Шәхси хәүефһеҙлек сараларын “Наша забота” берҙәм ирекмән үҙәге ағзалары үҙҙәре лә файҙалана, мохтаж кешеләргә лә таратасаҡ. Ойошма ...

19 ноября 2020
Смотреть видео Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Эре предприятиелар дауаханаларға ярҙамға килә

Башҡаланың 18-се дауаханаһы ковид-госпиталендә эшләгән табиптар Полиэфф предприятиеһынан хәйриә ярҙамы булараҡ биш йөҙ махсус кейем ҡабул итте. Нефтехимия тармағының эре компанияһы составындағы предприятие ҡыҙыл зонала эшләгән табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе пандемия башынан уҡ һатып алып әҙерләгән...

19 ноября 2020
Смотреть видео Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған

Башҡортостанда тағы 119 кешелә коронавирус асыҡланған.  Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 12 мең 684 осрағы теркәлгән.  11 мең 219 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 69 кеше һәләк булған.

19 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 36 проценты гриптан прививка яһатҡан

Роспотребнадзорҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең  36 проценты гриптан прививка яһатҡан. Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә коронавирусҡа ҡушылып миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың артыуы лә теркәлә. Яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән, уларҙың...

18 ноября 2020
Яндекс.Метрика