Тылсымлы таштар эйәһе

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тылсымлы таштар һәм уның эйәләре тураһында документаль фильмдар шәлкемен әҙерләй. Геройҙарҙың береһе Мәләүез районында йәшәүсе Нәсимә Әлмөхәмәтова. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ошо Иштуған ауылы республика картаһынан юғалырға тейеш ине.  Исемдәре донъяға билдәле ике тиҫтә фән эшмәкәрҙәренең хуплауы менән , Ағиҙелде быуып, республиканың конъяғында урынлашҡан сәнәғәт ҡалаларын таҙа һыу менән тәъмин итеү маҡсатында, Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөй башлағайнылар. Әммә  90 йылдың ташҡынлы майы миллионлап түгелгән аҡсаларҙы, йөҙәрләгән кешеләрҙең түккән хеҙмәтен бер сәғәт эсендә юҡҡа сығарҙы. Ауылды тоташ һыу баҫты, йөҙәрләгән кеше мөлкәтһеҙ, малһыҙ ҡалды. Күптәре ситкә китергә мәжбүр булды. Беҙҙең танышыбыҙ- Нәсимә Сабит ҡыҙы Әлмөхәмәтова ла Сахалинға тиклем барып етте. Ошо Иҙел буйында, нигеҙҙә Бөрйән,Мәләүез, Ишембай төбәктәрендә донъяны башҡаса күреүселәр, башҡасараҡ  ҡомарлы кешеләр  күрәҙәсе, имселәр осрап тора, дөрөҫөрәге һаҡланып ҡалған. 40 –сы йылдарҙа Сорғоязда йәшәүсе һуҡыр күрәҙәсе Гөлбан әбей ошо фәжиғәләрҙе күреп,Ағиҙелде өс тапҡыр быуып маташырҙар, килеп сыҡмаҫ, тип халыҡты киҫәткән дә бит… Бер уңмаһа, гел уңмаҫ, тиҙәр. Иштуған ауылы  бөгөн һәүетемсә генә йәшәп ята, ике бинала ҡуҙ бар:ауыл администрацияһы һәм бигерәк тә  Нәсимә апай йортонан кеше тәүлек әйләнәһенә өҙөлмәй. Беҙҙең  күҙ өйрәнгән һауыҡтырыу, диагностика үҙәктәренән айырмалы рәүештә,   һыңар аяҡта ғына торған иҫке йортто ямап,әбей хәленсә ҡабул итә, сөнки Һәргәйҙәге  үҙ йортон ошо йылдарҙа рөхсәтһеҙ һатып ебәргәндәр.  Аяуһыҙ ҡояш аҫтында   ике айлыҡ сабыйҙан алып 94 йәшлек әбейгә тиклем серле таштан шифа  көтөп сиратта тора. Тылсымлы таштар һәм уның эйәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең каналда , журналист Луиза Фархшатова әҙерләгән  документаль фильмдар шәлкеменән белерһегеҙ. Беҙҙе күҙәтеп барығыҙ.      

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Салауат ҡалаһында водород етештереү буйынса ҡулайлама эшләй башланы. Был башҡорт б ензинын илдә иң яҡшылар рәтенә сығарасаҡ, тине Радий Хәбиров.  “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе сиктәрендә водород етештереүҙе башлау тураһындағы документҡа республика башлығы ҡултамғаһын ҡуйҙы. Шулай уҡ,...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды

Милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлауға арналғандары бер район-ҡаланы ла, ойошмаларҙы ла урап үтмәне. Төбәк етәксеһе ҡарары менән йылына ике тапҡыр – апрель һәм сентябрь айҙарында үткәрелгән. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, башҡа бөтә...

15 сентября 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы

Уҡытыусылар менән бер рәттән мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса быйыл республиканың белем усаҡтарында 65 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың һанын тағы ла арттырырға кәрәк, тине төбәк етәксеһе. 13 йәшлек Вилена хәҙер теш табибынан...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды

Үткән ял көндәрендә генә КОВИД-19 йоҡтороуҙың 62 осрағы теркәлгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 40, амбулаторияла 510 кеше дауалана. Пандемия башланғандан алып коронавирус менән ауырыуҙың 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Ил буйынса ул бер миллиондан...

15 сентября 2020
Яндекс.Метрика