Тылсымлы асыштар эҙенән

Баймаҡ районында “Пржевальский эҙҙәре буйлап” туры үтте. Туристар өс көн дауамында Башҡортостандың хозур тәбиғәте, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән яҡындан танышты. Мәскәү, Өфө, Испания, Октябрьский… был төбәктәрҙә йәшәүсе төрлө йәштәге туристарҙы “Пржевальский эҙҙәре буйлап” тип аталған тур бер урынға йыйҙы. Яңы проектҡа етәкселек иткән Артур Иҙелбаев һүҙҙәренсә, экспедицияның төп маҡсаты-  башҡа милләт кешеләрендә Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уның тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә  ҡыҙыҡһыныу уятыу. Туристарҙы тәүҙә Ейәнсура районында башҡорт милли кейемендә ҡаршы алдылар. Милли ризыҡтарҙы ауыҙ иткәс, һәр береһенә 20-се быуат башындағы кейем бирелде. Бындай әйбер — турҙың төп үҙенсәлеге.  Башҡортостанда беренселәрҙән булып уҙғарылған  “Пржевальский эҙҙәре буйлап” турына бөтәһе 17 кеше ғариза биргән. Баймаҡ районындағы тәбиғәт һәм иҫтәлекле урындар буйлап улар өс көн дауамында һыбай йөрөргә тейеш. Туҡталған һәр бер урында туристарҙы башҡорт милли кейемендә, ризыҡтар һәм ҡурай моңо менән ҡаршы алдылар.Ҡурай төйәгендә тыуып үҫкән Нурғәле Кәйекбирҙин килгән ҡунаҡтар алдында тәүҙә башҡорт музыка ҡоралының тарихын һөйләне һәм уны юнып төрлө көйҙәр сығарып күрһәтте. Яңы ғына әҙер булған ҡурай моңона һәр береһе кискә тиклем күңел асты, башҡорт бейеүҙәренә баҫты.Ҡала тауышынан арыныу һәм тән менән генә түгел, ә йән менән дә ял итеү өсөн ойошторолған тур барышында туристар яланда ҡуйылған тирмәләрҙә серем итте.Ҡунаҡтар өсөн алда төрлө көтөлмәгән бүләктәр әҙерләнгәйне. Мәҫәлән, турҙың икенсе көнөнә үк, ойоштороусылар иртәнсәк һыбай йөрөп, мылтыҡтан атып туристарҙы уятты. Милли ризыҡтарҙы ауыҙ иткәс, һәр береһе үҙҙәре теләгән ат һайланы. Ирәндек этно-ауылында бөтәһе 300-ләгән ат аҫырала. Һәр бер өйөрҙә утыҙышар бейә. Бер көн эсендә һауылған 200-ләгән литр һөттән хужалар ҡымыҙ, буҙа эшләй.Һыбай йөрөгәндә һәр береһенең ошондай өҫ-кейеме булырға тейеш. Беҙҙең ижади төркөмгә лә бындай кейем эләкте. Башҡортостандың тәбиғәте буйлап сәйәхәт иткәндә, шулай уҡ һәр береһенә ат бирелә. Мәҫәлән, миңә Умырзая тигән ат эләкте. (атҡа ултырам) Ат кешенең иң яҡын дуҫы тиҙәр. Әммә уны дөрөҫ аңлай ҙа белергә кәрәк. Беҙ ҙә Умырзая менән тиҙ уртаҡ тел табырбыҙ тип ышанам.Аттарҙы һайлағас, туристар Ирәндек тауына менергә һәм  диңгеҙ кимәленән 800 метр бейеклектә булған, өс киртләсле Ғәҙелша шарлауығын күрергә тейеш ине. Бында ла уларҙы элекке ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып, яланда аш-һыу көтә ине.Ирәндек тауындағы сәйәхәттән тыш, килгән ҡунаҡтарға солоҡсолоҡ эше менән дә танышыу бәхете тейҙе. 17-се быуаттағы йоланы ҡабаттан тергеҙеүсе Рамаҙан Аҫылғужин яңы алынған бал менән һыйланы.Туристарҙы бигерәк тә солоҡсолоҡ эшенә ҡағылған һорауҙар ҡыҙыҡһындарҙы. Ағас эсенән алынған балды беренсегә күреүселәр өсөн был яңы асыш булды. “Пржевальский эҙҙәре буйлап” турында алтын йыуыу эше лә индерелгән. Ойоштороусылар иһә туристарға башҡорттарҙың элек йылғанан нисек алтын эҙләгәндәрен һүрәтләп күрһәтте, уларҙың маһир һәм эшсән булыуы тураһында һөйләне. Теләгән һәр кем ҡулдарына махсус һауыт алып, алтын эҙләп тә ҡараны.Бер нисә көн буйы элекке заманға ҡараған кейемдә сәйәхәт итеү, тарих биттәренә сумыу маҡсаты менән ойошторолған тур күп илдәрҙә үткәрелә. Ял итеү генә түгел, ә элекке ваҡытҡа күҙ һалырға теләүселәр һаны йылдан-йыл артып тора.Беренсегә үткәрелгән турҙың әһәмиәтле һәм күңелле лә үтеүе башланған эште тулыһынса аҡлай. Киләһе сәйәхәт иһә сентябрь башына ҡаралған.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика