9 августан республикала күләмле акция башлана

“Цифраны тоҡандыр” тип аталған сараны “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре менә берлектә үткәрә. Уның сиктәрендә беҙҙең телеканалдың коллективы республиканың төрлө райондарына барып, урындағы халыҡтың мультиплексҡа күсеү шатлығын уртаҡлашып, ҙур байрам ойоштора. Телевидениены заманса һәм сифатлы итеү – илдә цифраға күсеү тамамланыуға бара. Башҡортостанға килгәндә, республикабыҙҙың 95 проценты цифралы сигнал менән тәьмин ителә. Быға тиклем күптәр 2-3 канал ҡараһа, йыл аҙағында һәр кемдең юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Өфөләге телеүҙәктән сағыу һүрәт, сифатлы тауыш республикала йәшәүселәрҙең һәр йортона трансляциялана. Был төбәктең төрлө райондарында урынлаштырылған цифралы сигналды тапшырыусы телевышкалар һәм ҡабул итеүсе приставкалар ярҙамында ойошторола. Уның эшләү тәртибе, ғөмүмән был социаль проект менән таныштырыу йәһәтенән Башҡортостанда “Цифраны тоҡандыр” акцияһы башлана. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре менә берлектә ойошторған акцияға һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ни бары сара үткәрелгән район үҙәгенә килеп, конкурстарҙа, викториналарҙа әүҙем ҡатнашырға ғына кәрәк. Акция 9 августа Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә старт ала. Артабан: 24 август — Ҡырғыҙ-Миәкә, 1 сентябрь — Стәрлетамаҡ, 14-е Баймаҡ, 28-е Учалы, 12 октябрь — Үрге Тәтешле. Һәр майҙансыҡта эфир һәм сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. Улар Рәсәй теле- һәм радио тапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре менән бергә мультиплекс ҡоролмаларының нисек эшләүен күрһәтеп, цифраның нимә икәнен аңлатып, уның әһәмиәте тураһында һөйләр. Сөнки федераль программаға ярашлы, илдең һәр төбәгендә йәшәүселәр түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителһен өсөн ҙур эш башҡарылған. Беҙҙең республикала ғына 200-ҙән ашыу телевышка төҙөлөп, ҡулланыуға тапшырылды.  Беренсе һәм икенсе мультиплексҡа 20 федераль канал,  уларҙың төбәктәге филиалдары инә. Әйтергә кәрәк, “Рәсәй-Башҡортостан” каналы тәүгеләрҙән булып цифралы форматта эшләй башланы. Шул иҫәптән, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиолары ла. Ошо теле һәм радиоканалдарҙың билдәле дикторҙары менән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы барышында яҡындан аралашыу мөмкинлеге буласаҡ. Сараға килмәй ҡалма, төп приз – телевизор бәлки һиңә эләгер.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика