Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Күгәрсен районы агросәнәғәт комплексы предприятияларының береһендә 5 йәш белгес эш башланы. Уларҙың барыһы ла дәүләт ярҙамы күрһәтеү программы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған. Марсель Талипов был хужалыҡта 3 йылдан ашыу эшләй. Ауылда эшләүҙең ауыр икәнен яҡшы белһәмдә, был һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, ти ул. Аграр университетты тамамлаусыларға эшһеҙлек янамай. Сөнки барыһы ла тиерлек эш урынын һайлап өлгөргән. Күптәре эшкә тыуған хужалыҡтарына ҡайта. Гөлдәр Иҫәнғолова был хужалыҡта иң йәш белгестәрҙең береһе. Аграр университетты тамамлағас ул да йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә аҡса ала. Бынан тыш, йәш белгестәргә ай һайын 7 мең һум күләмендә түләүҙәр ҙә ҡаралған.2018 йылда Башҡортостанда 60 юғары һәм 20 урта белемле йәш белгестәр агросәнәғәт комплексы предприятияларына эшкә ҡайтҡан. Уларҙың һәр береһе 300 мең һәм һәм 500 мең һәм күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған. Мәҫәлән, Күгәрсен районына быйыл 5 йәш белгес ауыл хужалығы тармағына эшкә ҡайтҡан. Йәш белгестәр билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағында яңы технологиялар индереү, уңыш күләмен арттырыу – ул һәр белгестең төп маҡсаты. Тармаҡ әле көнбайыш санкцияларына ҡаршы тороуҙа ил иҡтисадының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала.Күгәрсен районы хужалығында әле тиҫтәгә яҡын йәш белгес эшләй. Дәүләт яғынан аҡсалата ярҙамдан тыш, район хакимиәте уларға шулай уҡ торлаҡ  мәсьәләһен хәл иткән. Был, тәү сиратта, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү маҡсатынан эшләнә.Әгәр ҙә 2013 йылда был программаны ғәмәлгә ашырыуға федераль ҡаҙнанан 189 миллион һум бүленһә, быйыл 290 миллион һумдан ашыу ҡаралған. Ә 2020 йылға был сумманы 335 миллион һумға тиклем еткереү ҡарала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика