Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Ярты сәғәт эсендә тиерлек башҡала урамдарын һыу баҫты. Айырым урындарҙа хатта автомобиль хәрәкәте лә туҡтаны. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер биналарҙы ла һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы кешеләр эвакуацияланманы, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип хәбәр итә. Йәшәйеште тәьмин итеү объекттарында ла авариялар теркәлмәгән.  Синоптиктар һауа торошоноң боҙолоуын алдан хәбәр итһә лә, көслө ел сығып, ҡойма ямғыр һәм боҙборсаҡтың ҡапыл яуыуы ҡала халҡын аптырашта ҡалдырҙы. Өфө буйлап һыу кисеп йөрөгән автомобилдәрҙе Ибраһимов бульварында күҙәтергә мөмкин ине. Ҡала коммуникацияларының ташҡынға ҡаршы тора алмауы арҡаһында Султанов урамындағы шәхси йорттарҙы ла һыу баҫҡан. Тау түбән булғас, гөрләүек ерҙе йыуҙырып, үҙенең юлында бар нәмәне лә ағыҙып алып китә. Ҡойма ямғыр кешеләрҙе уңышһыҙ ҙа ҡалдырҙы. Баҡсаларҙағы йәшелсә-емештең бер өлөшө һыу аҫтында ҡалған, икенсеһе бөтөнләй йөҙөп киткән. Асҡын районының Упҡанкүл ауылында йәшәүселәр ҙә тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән. 5-10 сантиметр ҙурлыҡтағы боҙборсаҡтар менән көслө ел хатта ағастарҙы йыҡҡан. Ярай әле, тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбандарһыҙ үтте. Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең кеше ғүмеренә лә хәүеф менән янағаны яҡшы билдәле. Былтыр сентябрҙә Өфөнөң Рәсәй урамында көслө ағым ир кешене аяҡтан йығып, ағыҙып алып китә. Ул иҫен юғалтып һыуҙа тонсоға. Ә был видео өс көн элек кенә Сочила төшөрөлгән. Урамдан китеп барған ҡатындың эргәһендәге малай секунд эсендә юҡ була. Ул көслө ямғыр ағымында күренмәй ятҡан ямғыр канауына төшөп киткән. Өләсәһе ни күпме ҡысҡырып эҙләһә лә, тапмай. Сараһыҙлыҡтан ҡатын үҙе лә ейәне артынан шул канауға һикерә. Тик көслө ағым малайҙы диңгеҙгә алып киткән була, ҡотҡарыусылар уның үле кәүҙәһен таба. Асыҡланыуынса, был ғаилә Татарстандан Сочиға ял итергә генә килгән булған. Баланың ғүмерен ҡыйған асыҡ люктар Өфөлә лә байтаҡ. Шуға ла үткән ялдағы кеүек көслө ямғырҙар мәлендә аяҡ аҫтына ҡарап ҡына йөрөү һәм иғтибары булыу кәрәк, йә бөтөнләй урамға сығыуҙан тыйылып тороу хәйерле.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика