Башҡортостандан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Мәккәгә юлланды

Ислам дине нигеҙен тәшкил иткән биш ғәмәлдең береһен башҡарырға быйыл республиканан 1 меңү алты йөҙ  мосолман теләк белдергән. Бөгөн төнөн 49 кешенән торған төркөм юлға сыҡты. Өфө ҡалаһының Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсете- мосолмандар изге сәфәр алдынан  йыйылыу урыны. Уларҙың барыһын да бер үк маҡсат, бер үк ниәт берләштерә.Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда кәрәк-яраҡтар, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Һәр береһендә тулҡынланыу тойғоһо ла һиҙелә, шатлыҡ нурҙары ла балҡый. Уларҙы алда оҙон юл, ҙур сәйәхәт, изге эш көтә. Буласаҡ хажиҙарға виза менән паспорт, Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылыу ҡылыу үҙенсәлектәре тураһында китаптар ҙа бирелә. Алмира Ғилманова   изге урындарға икенсе тапҡыр сәфәр ҡыла.Хаж ваҡытында мөмкин булмағандар тормошҡа аша, тип уртаҡлаша.Әсҡәрәли Хәмдәмов. Бер тәүлек эсендә Өфөнән Ханты-Мансы автономия округынан килеп  етеүен  ул мөғжизәгә тиңләй. Хажиҙар бер тәүлектән Мәккәгә барып етәсәк. Быйыл Рәсәй хажилары өсөн 200 мең 500 квота бирелгән. Улар араһындағы 1600 кеше изге урындарға сәфәрҙе республикабыҙ туроператоры аша  ҡыласаҡ. Хаж — мосолмандар өсөн изге ғәмәл-Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика