Башҡорт шағирҙарының ижадын мәңгеләштереп

Ауырғазы районында йәшәүсе оҫтабикә билдәле яҡташтарының шиғырҙарын туҡымаға сигеп халыҡҡа танытыу юлын тапҡан. Шағир түгел, әммә ижадсы. Гөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәтен мәңгеләштереүҙе һынлы сәнғәт аша башҡара. Бүләк өсөн башҡарылған ижад емешенең яратҡан шөғөлгә әйләнеп киткәнен һөйөнөп һөйләй ханым.Сигеү оҫталығын ул хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына үҙләштерә. Әммә үҙ ҡулдарым менән матурлыҡ тыуҙырыу теләге электән бар ине тип серен аса ханым. Илһамландырыр сығанаҡ – ғаиләлә быуындан быуынға тапшырылып килгән сигеүле яҫтыҡ.Гөлфиә Ханнанова яҡташ шағирҙарының ғына шиғырҙарын мәңгеләштерә. Әйткәндәй, Рәшит Назаров ижады оҫтабикәнең коллекцияһында төп урын алып тора. Сөнки шағир менән улар икеһе лә бер үк ауылда – Торомбәттә тыуып үҫкән. Әле ханым билдәле яҡташының йорт музейын асыу хыялы менән янып йәшәй. Изге эштә арҡаҙаштар ҙа табыла, Толбазы башҡорт гимназияһында бының өсөн айырым бүлмә бирергә әҙерҙәр, хатта президент грантына ғариза ла тапшырып өлгөргәндәр.Билдәле шағир иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә дәүләт яғынан да ярҙам булыр тип өмөт итә Гөлфиә Ханнанова. Республика башлығы грантына конкурс 14 августҡа тиклем бара. Ә үҙе киләсәктә ижади эштәренән күргәҙмә ойоштороу һәм сигеү эшен милли кейемдәр тегеү менән дауам итеү пландпры менән янып йәшәй.

Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Изгелек өләшеү, ихлас аралашыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн. Мәсет халыҡты берләштереп кенә ҡалмай. Ул  әхләҡ ҡағиҙәләрен нығытып ауылға ҡот бирә.  

Күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшер мәле еткәнде Манфәс хәҙрәт кинәт аңлай. Ҡәҙимгесә тормош, эш, ғаилә, мөлкәт менән мәшғүл ир уҙаманы тәүҙә хаж ҡылыуға ихтыяж тоя. Ислам диненең изге урындарында доға ҡылып хажи дәрәжәһен алып ҡайтҡас та тыуған ауылында мәсет һалырға ҡарар итә.

Туғандары һәм ауылдаштары һөйөнөсөнә бынан ун йыл элек Шаранбаш Кенәздә күркәм иман йорто асыла. Хәҙрәт уға әсәһе хөрмәтенә Факия тип исем бирә.

Исем ҡушыу, никах уҡыу, һуңғы юлға оҙатыу – кеше ғүмере ошо ғәмәлдәрһеҙ тормай. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашыр ҡәрҙәштәр йәшәү көсөн бирә. Изге доғалар тынысландыра һәм өмөттәрҙе нығыта.  Ауыл кешеләре мәсеткә бер-береһе менән осрашып аралашыр өсөн килһә, балалар белем алырға теләй. 2015 йылдан бында мәҙрәсә эшләй. Дәрестәр ял көндәрендә үтә.

Ғибәҙәт йортондағы мәҙрәсәлә тәртип ҡағиҙәләре ҡәҙимге мәктәптекенән артыҡ айырылмай. Күнегеүҙәр көнөнә өс сәғәт, дәрестәр ҡырҡ минут бара. Тәнәфестәр ихлас аралашыуҙар өсөн. Уҡыусыларҙан иһә ихтирам менән иғтибар талап ителә.

Ҡыҙҙар менән малайҙар ғәрәп хәрефтәрен танырға һәм доға уҡырға бер бүлмәлә өйрәнә. Мәҙрәсәлә йәш буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Иң кесе уҡыусыға 7, иң олоһона 17 йәш.

Районда сүрәләрҙе яттан уҡыу буйынса ярыштар йыш ойошторола. Айһылыу Әхмәҙуллина шуларҙың береһендә икенсе урынды яулаған. Ҡаҙанышы менән маҡтанмай, бары әсәһенә һөйөнөс килтереүенән ҡәнәғәт.

Ислам тарихы,  ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, шәриғәт нигеҙҙәрен өйрәнгән балалар артабан юғары дини уҡыу йорттарына юлланыу маҡсатын ҡуймай. Был белемдең тәрбиәүи мәғәнәһе ҡиммәт.

Ағуна ояһылай ғына булһа ла мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы ожмахта йорт әҙерләй. Ошо хәҙистең мәғәнәһен нығытып, мәсетте ауыл халҡы кешеләрҙе берләштереп татыу йәшәргә өйрәткән, насар ҡылыҡтарҙан аралап тәртипкә өндәгән ғибәҙәт йорто, тип ҡабул итә. Уның һәр кешегә айырым ғына түгел, ә тотош йәмғиәткә файҙа килтергәнен таный. Был хәҡиҡәтте хәҙер балаларҙың да аңлауы һөйөнөс. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика