Сипайловола атыш

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы Сипайлово биҫтәһендә ҡоралдан атыу осрағына аңлатма бирҙе. Кисә 22 сәғәттәр тирәһендә полицияға Өфөлә йәшәүселәр араһында тыуған бәхәс хаҡында хәбәр итәләр. Ғауға барышында бер нисә тапҡыр травматик ҡоралдан атыу тауышы яңғырай. Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән 45 йәшлек ир дауаханаға оҙатыла. Бәхәстә ҡатнашҡан тағы ике кешегә табиптар ярҙамы талап ителә. Ваҡиға урынына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы 8-се полиция бүлегенең тәфтиш-оператив төркөмө ебәрелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре бәхәстә ҡатнашыусыларҙы тота. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Борис Лынник хәтирәләре... | ГТРК «Башкортостан»

Борис Лынник хәтирәләре...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе иҫән булмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә йәшәп килә. Ветерандарҙың яҡындары улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлап килә. Благовар районы Языков ауылында йәшәүсе Борис Лынник үҙенең хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып атаһы тураһында...

2 часа 19 минут назад
Смотреть видео Шанлы йылдар ауазы | ГТРК «Башкортостан»

Шанлы йылдар ауазы

Өфө мәктәптәренең береһендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылған. Урындағы халыҡ экспозицияны тулыландырып тора. Был һандал төҫтәге итектәргә 78 йыл. БВҺ йылдарында Максимовка аэродромында уларҙы самолет тәгәрмәсенең резинаһынан ҡойғандар.Итектәрҙең хужаһы Анастасия Кирилловна...

2 часа 24 минуты назад
Смотреть видео Айыҡ ауыл | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ ауыл

Республикалағы иң “Айыҡ ауылы” исеме март урталарында аталасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған конкурс йәмәғәтселектә  ҙур хуплау тапты. Быйылғы ярышта республиканың һәр районынан тиерлек ауылдар ҡатнашҡан. Ярыштың һайлап алыу өлөшөнә 47  райондан ауылдар сыҡһа,...

2 часа 30 минут назад
Смотреть видео Компьютер ремонтлаусыларҙан зыян күреүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Компьютер ремонтлаусыларҙан зыян күреүселәр

Өфөлә йәшәүселәр компьютер ремонтлаусы ҡайһы бер үҙәктәрҙең мутлашыуына зарлана. Уларҙың барыһы ла фирма өҫтәмә хеҙмәттәрен көсләп таға, тип раҫлай. Әбдиевтар ғаиләһе компьютер ремонтлаусыны иғлан аша таба. Белгес техниканы бер-нисә сәғәт ҡарағандан һуң, хужаларҙан тейешле ҡағыҙҙарға ҡултамға...

2 часа 33 минуты назад
Смотреть видео Коронавирус тураһында | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тураһында

Коронавирус тураһында. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында  был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 83 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 2 мең 858 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө....

2 часа 38 минут назад
Смотреть видео Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар эпидемияһы кәмеүгә бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар эпидемияһы кәмеүгә бара

Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. Һуңғы дүрт аҙнала ауырыусылар һаны артып, юғары нөктәһенә еткәйне. Уҙған 7 көн эсендә 34 мең кеше инфекция йоҡторған.  Уларҙың яртыһынан күберәге балалар. Өфө мәктәптәре ғәҙәттәге режимда эшләй башланы. Әммә...

2 часа 42 минуты назад
Смотреть видео Һәр йортҡа бәшмәк | ГТРК «Башкортостан»

Һәр йортҡа бәшмәк

Башҡортостанда шампиньон етештереү заводы төҙөлә. 11 мең квадрат метр майҙанда йылына 4290 тонна бәшмәк үҫтерелеп һатыласаҡ. Етештереүҙе яйға һалыу шарттары Республика Хөкүмәтендә үткән Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Заводтың Дәүләкән районы биләмәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел.  Инвестор...

2 часа 45 минут назад
«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк

2 март 12 сәғәттә «Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк. Спикер - Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина. 4 мартта "...

27 февраля 2020
Смотреть видео Өҫтәмә ял көнө | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә ял көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла 8 марттағы ял йәкшәмбенән 9 мартҡа, дүшәмбегә...

27 февраля 2020
Смотреть видео Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы | ГТРК «Башкортостан»

Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башланды. Төп саралар 29 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.  Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.Байрам...

27 февраля 2020
Яндекс.Метрика