Бар шундай һөнәр – улдар һәм ҡыҙҙар бағыу

Теүәл егерме йыл элек республикала ошо бурысты биш һәм унан да күберәк тапҡыр тоғро үтәгән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла башланы. Әсәлек даны миҙалының беренсе исемлегендәге дүртенсе һәм бишенсе миҙал алған ханымдар икеһе лә бер, ошо Йәммәт ауылында тыуып үҫкән. Бер мәктәптә белем алғандар. Хыялдары ла уртаҡ – ишле ғаилә ҡороп балалар тәрбиәләү булған. 1998 йылдың 10 сентябрендә Шаран районынан Иҙелбикә Гәрәева менән Көмөшбикә Ғәфиәтуллина Өфөлә Республика йортонда президент ҡулынан миҙал ала. Ул көн бөгөнгөләй хәтерҙә, ти Иҙелбикэ ханым. Дан миҙалының утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ үҙенсәлегенә Көмөшбикә Ғәфиәтуллина ысынбарлыҡта инана. Алты бала әсәһе награданы гел түшендә йөрөткәнгә генә аяуһыҙ янғын ялҡынынан аралап ҡала. Хәҙер – награда тик тантана уңайынан тағыла. Өр-яңы иркен йорт, тәҙрә төбө гөл-сәскә, ихатала мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡсаһында йәшелсә-емеш. Ғәфиәтуллиндар бәхетен эштән күрә. Көмөшбикә Байрамғужа ҡыҙы 15 йәшенән алдынғы “Сөн” колхозында һыйыр һауған. Сирек быуаттан һуң һауынсы  хеҙмәтен тәүҙә ашнаҡсыға, һуңынан ауыл клубы мөдиренә алмаштырған. Йәнә бер үҙенсәлекле һөнәре бар – Ҡаҙағстанда ташсы дипломын алған ханым ауылда мейес сығарыу менән шөғөл итә. Хаҡлы ялда ла эшһеҙ тормай. Дүрт улы, ике ҡыҙы һәм уларҙың 14 балаһы тип йәшәй. Ишле ғаиләлә үҫкән балалар хәҙер матур йолаларҙы үҙ ғаиләһендә нығыта. Ял көндәрендә төп йортта йыйылалар. Күмәк эштән һуң һый-хөрмәт әҙерләнә. Артур менән Гүзәлиә өс ҡыҙ бер ул тәрбиәләй. Ҡәйнә өлгөһөн ҡабатлар өсөн тәүәккәлек кәрәк. Йәммәттә тыуып-үҫеп Йәнәхмәт ауылына килен булып төшкән Иҙелбикә Гәрәеваның өлгөһөн өлкән ҡыҙы ҡабатлаған. Алты балалы Роза Анатольевна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Әле ейән көтәләр. Гәрәевтарҙы ла эшһөйәрлек берләштерә. Ғаилә  башлығы Анатолий Миңлекәй улының ҡулы белмәгән эш юҡ. Колхозда малсы ла, механизатор ҙа, электрик та булған. Балтасы һөнәре күңел йыуанысы. Үҙ йортон биҙәп кенә ҡалмай, ауылдаштарына ла һөйөнөс килтерә. Күп балалы атайҙарға миҙал бирмәгәндәре үкенес түгел, ти Анатолий Миңлекәй улы. Уның бар теләге — ғаилә имен, балалар сәләмәт булһын. Һаулыҡ булһа эш тә ырамлы. Ә ауылда һәр кемгә шөғөл етерлек.  Егерме йыл элек тә, бөгөн дә данлыҡлы әсәләрҙе уртаҡ сифаттар берләштерә -  улар хәстәрлекле, йомарт, егәрле һәм алсаҡ. Иҫтәлекле миҙалға ла ҡараштары оҡшаш. Өйҙә ул иң ҡәҙерле урында һаҡлана. Шаран районы Нөрәй ауыл биләмәһендә генә “Әсәлек даны” миҙалы менән 30 әсә бүләкләнгән. Республика буйынса бындай әсәләр һаны ете мең ярым.  

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика