Был йорттоң ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ

Изгелек өләшеү, ихлас аралашыу, ғибәҙәт ҡылыу өсөн. Мәсет халыҡты берләштереп кенә ҡалмай. Ул  әхләҡ ҡағиҙәләрен нығытып ауылға ҡот бирә.     Күңелдәге изгелеген башҡаларға өләшер мәле еткәнде Манфәс хәҙрәт кинәт аңлай. Ҡәҙимгесә тормош, эш, ғаилә, мөлкәт менән мәшғүл ир уҙаманы тәүҙә хаж ҡылыуға ихтыяж тоя. Ислам диненең изге урындарында доға ҡылып хажи дәрәжәһен алып ҡайтҡас та тыуған ауылында мәсет һалырға ҡарар итә. Туғандары һәм ауылдаштары һөйөнөсөнә бынан ун йыл элек Шаранбаш Кенәздә күркәм иман йорто асыла. Хәҙрәт уға әсәһе хөрмәтенә Факия тип исем бирә. Исем ҡушыу, никах уҡыу, һуңғы юлға оҙатыу – кеше ғүмере ошо ғәмәлдәрһеҙ тормай. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашыр ҡәрҙәштәр йәшәү көсөн бирә. Изге доғалар тынысландыра һәм өмөттәрҙе нығыта.  Ауыл кешеләре мәсеткә бер-береһе менән осрашып аралашыр өсөн килһә, балалар белем алырға теләй. 2015 йылдан бында мәҙрәсә эшләй. Дәрестәр ял көндәрендә үтә.Ғибәҙәт йортондағы мәҙрәсәлә тәртип ҡағиҙәләре ҡәҙимге мәктәптекенән артыҡ айырылмай. Күнегеүҙәр көнөнә өс сәғәт, дәрестәр ҡырҡ минут бара. Тәнәфестәр ихлас аралашыуҙар өсөн. Уҡыусыларҙан иһә ихтирам менән иғтибар талап ителә. Ҡыҙҙар менән малайҙар ғәрәп хәрефтәрен танырға һәм доға уҡырға бер бүлмәлә өйрәнә. Мәҙрәсәлә йәш буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Иң кесе уҡыусыға 7, иң олоһона 17 йәш. Районда сүрәләрҙе яттан уҡыу буйынса ярыштар йыш ойошторола. Айһылыу Әхмәҙуллина шуларҙың береһендә икенсе урынды яулаған. Ҡаҙанышы менән маҡтанмай, бары әсәһенә һөйөнөс килтереүенән ҡәнәғәт.Ислам тарихы,  ғәрәп теле, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәре, хәҙистәр, шәриғәт нигеҙҙәрен өйрәнгән балалар артабан юғары дини уҡыу йорттарына юлланыу маҡсатын ҡуймай. Был белемдең тәрбиәүи мәғәнәһе ҡиммәт.Ағуна ояһылай ғына булһа ла мәсет төҙөгән кешегә Аллаһы ожмахта йорт әҙерләй. Ошо хәҙистең мәғәнәһен нығытып, мәсетте ауыл халҡы кешеләрҙе берләштереп татыу йәшәргә өйрәткән, насар ҡылыҡтарҙан аралап тәртипкә өндәгән ғибәҙәт йорто, тип ҡабул итә. Уның һәр кешегә айырым ғына түгел, ә тотош йәмғиәткә файҙа килтергәнен таный. Был хәҡиҡәтте хәҙер балаларҙың да аңлауы һөйөнөс. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика