Сәләмәт булһын кескәйҙәр

Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә Өфө табиптары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы кардиохирургтары биш йәшлек балаға ҡатмарлы операция эшләне. Тыумыштан йөрәк кәмселеге менән ауырыған сабыйға яңы махсус протез-кондуит ҡуйылды.  Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә быйыл кардиохирургтар 4-се операция эшләй. Операция өҫтәлендәге Кирилл тыумыштан йөрәк кәмселеге менән яфалана. Табиптар билдәләүенсә, баланың организмында үпкәгә ҡан ебәреүсе тамыр етешмәй. Сабыйҙың әсәһе Елена Козлова һөйләүенсә, йөклөлөк яҡшы үтә, шуға ла баланың йөрәк сире менән тыуыуын улар күҙ алдына ла килтермәгән.Һөҙөмтәлә, балаға табиптар махсус протез – кондуит ҡуя. Әммә, билдәле булыуынса, сабый үҫә килә, протез бәләкәйә. Йөрәк тибеше яҡшы булһын өсөн, хирургтарға ҡуйылған протезды алыштырырға тура килә. Баланың йөрәгенә операцияны ни тиклем иртәрәк эшләһәләр, шул тиклем уңышлыраҡ була, тип һанай кардиохирургтар. Был сабыйға ни бары биш йәш. Иң тәүге операцияны ул донъяға килгәс тә кисерә.Кириллға хәҙер хирургтар иҫке кондуитты алып, яңыһын ҡуясаҡ. Яңы протез, табиптәр билдәләүенсә,  яҡынса ете йыл хеҙмәт итәсәк. Ә үҫмер саҡта иһә, кондуитты алыштырыу талап ителмәй. Өфө кардиохирургтары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы белгестәре лә ҡатмарлы операция үткәрҙе. “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә улар баш ҡалала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша һәм аҙна дауамында йөрәк сире менән яфаланыусы сабыйҙарға операция эшләйәсәк.Кескәй йөрәктәргә операция эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм иғтибарлылыҡ талап итә. Башҡа ҡала белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашыу – ҙур һөҙөмтә бирә. Йөрәк кәмселеге ауырыуын бала тыуыр алдынан уҡ билдәләү -кардиохирургия өлкәһенең төп маҡсаты булып тора. Әле иһә яһалма ҡан әйләнеше буйынса операциялар эшләүҙә Башҡортостан бишенсе урынды биләй. Республикала ғына бер йыл эсендә ике меңдән ашыу ошондай уҡ операция эшләнелә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика