Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү иң юғары кимәлдә үтергә тейеш

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙа ваҡытында тапшырмаған, шулай уҡ  уларҙы сафҡа индергәндә ҡаҙна аҡсаһына ҡул һуҙыусыларҙы ҡаты яза көтә. Хәҙер һәр объект өсөн хөкүмәт ағзалары һәм министрҙар шәхсән яуаплы буласаҡ. Ҡанунды боҙоусыларҙы биләгән вазифаларына ҡарамаҫтан яуапҡа тарттырасаҡтар. Ошо турала республика башлығы Рөстәм Зәки улы 100 йыллыҡты үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы иғлан иткән “Республиканың 100 йыллығына 100 объект” проекты төбәктә бихисап социаль мәсьәләрҙе хәл итәсәк. Объекттарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәғәниәт тармағынан. 2018 йыл Башҡортостанда иң күп социаль объекттар сафҡа инер тип көтөлә. Заманса йыһазландырылған был спорт үҙәгендә хәҙер Башҡортостан данын яҡлар футболсылар шөғөлләнәсәк. “Өфө” клубының күнекмәләр базаһы өҫтөнлөклө төҙөлөш объекттарына индерелеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылды. Әйткәндәй, тәбиғи түшәмле был республикалағы берҙән-бер футбол майҙансығы.Тағы ла бер спорт объекты баш ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә төҙөлә. Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына Инорс биҫтәһендә өр-яңы бассейн ҡалҡып сығасаҡ. Былтыр декабрь айында башланған төҙөлөш 1 йыл тирһәнедә сафҡа инергә тейеш.Бында спортсылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа шәғәлләнә аласаҡ.Ә бына Чесноковка ауылы уҡыусылары өсөн киләһе йыл өр яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Һуңғы йылдарҙа Өфө янындағы был биләмә әүҙем үҫешә, башлыса, йәштәр күсеп килә һәм белем усағының яҡында булыуы төп мәсьәләгә әүерелде. Балалар баҡсаһы һәм мәктәпте берләштергән белем биреү комплексында эштәр графикка ярашлы бара.Заманса мәғариф учереждениеһы 10 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк, объект хаҡы 218 миллион һум. Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлегендәге иң күләмле проекттарҙың береһе Республика онкология диспансерының яңы корпусы. Ул Волга буйы федераль округында берҙән-бер буласаҡ, ә хаҡы 1 миллиард һумға баһалана. Бында бер юлы 240 кеше дауалана аласаҡ.Онкология диспансерының майҙаны менән бергә мөмкинлектәре лә киңәйәсәк. Бында яман шеште тәүге стадияла асыҡлау һәм дауалау буйынса заманса ҡоролмалар урынлашытырыла. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлеге менән интернет аша теләгән һәр кем танышыа ала. Интерактив картала һәр береһе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. 2019 йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Юбилейлы байрам тантаналары үтеп китеп онотолор, ә күләме төҙөлөштәр йөҙйәшәр Башҡортостан халҡы өсөн хеҙмәт итер.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео «Беҙ бергә!» концерт-марафонды | ГТРК «Башкортостан»

«Беҙ бергә!» концерт-марафонды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа,...

27 марта 2020
Смотреть видео Онлайн-дәрестәр | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн-дәрестәр

Республикала карантин башланыу сәбәпле, хәҙер балалар менән берлектә ололарға ла өйҙәрендә ултырырға тура килә. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн күптәр интернет аша онлайн-дәрестәргә яҙыла. Берәүҙәр телефон йә иһә компьютер аша  китап уҡыһа, икенселәре иһә бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерә. Интернет...

27 марта 2020
Смотреть видео Йөрәккә хәүефһеҙ операция | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәккә хәүефһеҙ операция

 Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан  Мәскәү хирургы Вадим...

27 марта 2020
Смотреть видео Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция | ГТРК «Башкортостан»

Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар...

27 марта 2020
Смотреть видео Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға...

27 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостанда карантин | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар...

27 марта 2020
Смотреть видео Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ нимә сәсһәң, көҙөн шуны урырһың

Март айының икенсе яртыһы - баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти...

26 марта 2020
Смотреть видео Йөрәк кәмселеген юҡ итеү | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк кәмселеген юҡ итеү

Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио  Онорато  урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге...

26 марта 2020
Смотреть видео Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс | ГТРК «Башкортостан»

Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс

Шуға ла үҙҙәрен изоляциялаған пенсионерҙарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡты йорттарына алып килә. Кемгә аҙыҡ-түлек, кемгә дарыу йә уны алыу өсөн рецепт кәрәк. Студент-ирекмәндәр өлкән йәштәгеләрҙең һәр үтенесен иғтибар менән тыңлап ярҙам итергә тырыша. Нм...

26 марта 2020
Яндекс.Метрика