Нуриман районы Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

Мәҙәни усаҡ „Башҡортостандың 100 йыллығына йөҙ объект„ проекты сиктәрендә төҙөлдө. Яңы Күл ауылынан ҡунаҡҡа килеүсе „Гөлнәзирә„ ветерандар фольклор ансамбле мәҙәниәт йортон асыуға етди әҙерләнгән. Бейеү-йырҙан башҡа, тамбур сигеүен ҡулланып һәр береһенә алъяпҡыс, бал итәкле күлдәктәр тегеп кейгәндәр.Иҫке күл ауылы һәләтле кешеләргә бай, улар үҙешмәкәр түңәрәктә ихлас шөғөлләнәләр. Әлегәсә саралар ойоштороу, коллектив менән репетициялар үткәреү өсөн шарттар булмай. Хәҙер иһә мәҙәниәт йортоноң яңырыуы, дәртләнеп ижад итергә этәргес.Иҫке Күл мәҙәниәт йорто нигеҙендә ойошторолған „Йәшлек„ вокал түңәрәге, „Ҡояшҡай„ бейеү төркөмө һәм Ҡумыҙсы-ҡурайсылар ансамбле районда үткән бер саранан да  ҡалмай. Яңы мәҙәниәт усағының төҙөлөүе ижад итергә тағы ла дәрт өҫтәйәсәк.Иҫке күлдә барлығы ете йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре башланып, күңелле ял итеү, үҙ-ара аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йәштәр генә түгел, ололар ҙа һөйөнә.Социаль мәҙәни үҙәктә халыҡтың ялы өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Бинала китапхана, фельдшер пункты, ял итеү һәм күргәҙмә ойоштороу урыны ла бар. Күрше ауылда йәшәүсе ҡул оҫтаһы күргәҙмәгә беренсе булып үҙ эштәрен алып килгән.Мәҙәниәт усағы ауыл ерендә халыҡтың рухи үҫешенә етди этәргес бирергә тейеш. Мәҙәниәт йорто күңел асыу урыны ғына түгел, ул халыҡты рухи йәһәттән байытырға, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрергә, йәшәүгә дәрт бирергә тейеш, — тип иҫәпләй Иҫке күлдәр.Рәсми асыштан һуң, халыҡ тап боронғоса тышҡа сығып йырлап-бейеп күңел аса. …..Мәҙәниәт йортоноң асылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур бер байрам.Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы иғлан иткән “Республиканың 100 йыллығына 100 объект” проекты төбәктә бихисап социаль мәсьәләрҙе хәл итәсәк.

Объекттарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәғәниәт тармағынан. 2018 йыл Башҡортостанда иң күп социаль объекттар сафҡа инер тип көтөлә. Республиканың 100 йыллығына төҙөлгән объекттар исемлеге менән интернет аша теләгән һәр кем танышыа ала. Интерактив картала һәр береһе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. 2019 йылда Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Юбилейлы байрам тантаналары үтеп китеп онотолор, ә күләме төҙөлөштәр йөҙйәшәр Башҡортостан халҡы өсөн хеҙмәт итер.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика