2016 йылда "Урындағы инициативаларҙы яҡлау" дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара

Миәкәнең район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Муса Йәлил етәкселегендәге «Иҙел-Урал» йәшерен легион ағзаһы Ғәлләнур Бохараев исемендәге ял паркын төҙөкләндерәләр. 2016 йылда «Урындағы инициативаларҙы яҡлау» дәүләт программаһы буйынса башланған эш быйыл тамамланыуға бара. Спорт менән шөғөлләнәбеҙ, ял да  итәбеҙ, тип һөйөнә Ҡырғыҙ-Миәкә халҡы. Ҡасандыр ҡороған ҡайындар  ултырған майҙанда хәҙер балалар өсөн уйын майҙансығы һәм асфальт һуҡмаҡтар. Социаль йүнәлешле  коммерциялы булмаған ойошмаларҙың  йәмғиәт өсөн мөһим программаларын  субсидиялау конкурсында еңгәндән һуң барлыҡҡа килгән «Бергә йөрөйбөҙ, барыбыҙ ҙа йөрөйбөҙ!» һауыҡтырыу төркөмөнөң күнекмәләре лә  хәҙер яңы паркта үтә.Миәкә районы биләмәләре  урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында 3 йыл эсендә 35 млн һумға барыһы 43 проектты тормошҡа ашырған. Ҡағиҙәгә ярашлы, кәрәкле сумма урындағы халыҡ, бағыусылар, район һәм дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә  туплана. Районда халыҡ йыйған өлөш уртаса 10 процентҡа тиң. Ял паркын төҙөкләндереү эштәренә өс йыл эсендә 5 млн һумдан күберәк аҡса йәлеп ителгән.Ғәлләнур Бохараев исемендәге  ял паркы янында заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы эшләй. 5 млн һумлыҡ спорт майҙаны  бағыусыларҙың һәм дәүләт  ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән. Ул етәкселектең ғорурлығы булһа, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең үҫеш урыны.Үҙәктә урынлашҡан ял урындары ла иғтибар үҙәгендә. Миәкә халҡы бер нисә проект буйынса биләмәләрен төҙөкләндерә. Был проекттарҙан Еңеү скверы ла ситтә ҡалмаған. Эштәр план буйынса киләһе йылда тамамланыға тейеш булһа ла, эшселәр скверҙы халыҡҡа быйылғы көҙҙә үк тапшырырға ниәтләй.Миәкә районы етәкселеге биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Район халҡы ла төҙөк һәм матур ауылдарҙа йәшәүҙе өҫтөн күрә һәм был юҫыҡта көсөн йәлләмәй.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика