Миәкә районында үҙенсәлекле оҫта йәшәй

Ғәлинур Зарипов тирмәләр эшләй. Республикала   тирмә эшләүсе кәсепселәр һаны көндән-көн артһа ла,  төрки тирмәләре оҫтаһы булараҡ, ул Рәсәй кимәлендә хатта берҙән-бер. Тирмәне Ғәлинур Әхиәр улы  музейҙағы боронғо башҡорт тирмәһе өлгөһөндә эшләгән.  Уны ҡороуҙа  ул  бер тимер ҙә ҡулланмай. Сөй урынына  ҡайыштар, ә ҡанаттар бер-береһенә кейҙерелмәле. Тирмәнең нигеҙе ислам дине мотивындағы биҙәктәр менән һырланған ике япмалы ишектән һәм  бер-береһенә тоташтырылған дүрт ҡанаттан ғибәрәт.Монгол тирмәләренән айырмалы, төрки тирмәләрҙең бөтә өлөштәре лә бөгөп эшләнелә.  Кирәгә лә хатта ҡабарынҡы формала. Уның өҫ яғына арҡан тартыла, уны Ғәлинур Әхиәр улы «башҡор» тип атай.  Көмбәҙҙең бөтә ауырлығы тап ошо арҡанға төшә.  Артабан сират сағараҡты урынлаштырыуға.Һырғауылды тотоп тороу өсөн айырым бер кеше кәрәк. Башҡалар сағараҡты нығытыу менән мәшғүл. Ғөмүмән, тирмәне ҡороу өсөн дүрт ҡул дә етә, ти  кәсепсе.Сағараҡ менән кирәгәне 50-ләп уҡ тоташтыра. Уҡтарҙы нығытыу өсөн борон ат ҡылынан үрелгән бәүҙәр ҡулланылған. Ғәлинур Әхиәр улына тирмәне ҡороуҙа ике егет ярҙам итә. Беҙ  тирмә ҡороуҙы хәҙерге ваҡытта  егеттәр эше тип ҡабул итһәк тә, элек уны тик  ҡатын-ҡыҙҙар ҡорғандар. Көслө түгел, таһыллыраҡ булған, ти Ғәлинур Әхиәр улы. Шулай ҙа ир-егеттәрҙең, үҫмер малайҙарҙың  ярҙамы ла кәрәк булған — сағараҡты күтәреп, тотоп тороу өсөн. Кейеҙ ябыр алдынан уҡтарҙы урта тирәһенән оҙон бер арҡан менән уратып сығыу мотлаҡ. Ул саҡта көмбәҙ ныҡлы була. Кейеҙҙе башта кирәгәгә ябалар. Аҡ кейеҙ  оҙағыраҡ хеҙмәт итә , шуға күрә   ул ҡыйбатыраҡ та. Борон тик байҙар тирмәһе, йә иһә ҡунаҡ тирмәләре генә аҡ кейеҙ менән ябылған.  Көмбәҙгә тартылған кейеҙ арҡандары  ишек яҡтауына бәйләп ҡуйыла. Артабан тирмәне биҙәргә генә ҡала.Диаметры 3 метрлыҡ ошондай саған тирмәнең хаҡы  200 мең тирәһенә барып баҫа.  Уның иң ҡыйбат өлөшө кейеҙгә тура килә,  ти Ғәлинур Әхиәр улы Зарипов. Һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап, оҫта төрлө тирмәләр эшләй. Унан йылына унлаған   тирмәне  килеп алып китәләр. Туризм, ял итеү һәм хатта сирле сабыйҙарын дауалау өсөн дә киң ҡулланалар. Тирмәләр өсөн ғәҙәттә имән  һәм ҡарағай таҡталар һатып алына. Боронғо кәсеп менән  Ғәлинур Зарипов 2008 йылдан алып шөғөлләнә. Уның шәхси рекорды — бер йылда 20, ә ҙурлығы буйынса диаметры  12 метрлыҡ  тирмә. Башҡа райондарҙан егеттәр  килеп өйрәнеп ҡарайҙар, тик ағастарҙы бөгөүҙең оҙайлығы, уларҙың тирмәне йыйған ваҡытта һынып барыуы арҡаһында, монгол тирмәләрен эшләүҙе өҫтөнөрәк күрәләр, ти оҫта. Төрки тирмәләренең ҡыйбат булыуы ла был кәсеп төрө менән шөғөлләнеүселәр һанын юҡ кимәленә алып килгән. Тик Ғәлинур Әхиәр улы эшенең тәмен күптән белгән һәм оҫталығын тик төрки тирмәләр сүрәтендә генә күрергә теләй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика