Яҡшы футбол

Тобол ҡалаһында СИБУР компанияһы ойошторған “Яҡшы футбол” проектының икенсе миҙгеле тамамланды. Был проектта Благовещен ҡалаһынан команда ҡатнашты. Быйыл 11-12 йәшлек малайҙар икенсе урын яуланы. Әйткәндәй, Благовещен ҡалаһында СИБУР компанияһы ярҙамы менән балалар өсөн футбол мәктәбе лә ойошторолған. СИБУР компанияһы ойошторған “Яҡшы футбол” проекты Рәсәйҙең бер-нисә ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Тап уларҙа предприятиеның филиалдары урынлашҡан. Проекттың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү, кешеләрҙе әүҙем һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу. Уҙған йылда Тобол ҡалаһынан Тобол командаһы турнир еңеүсеһе булды. Шуға күрә, проект быйыл да тап бында үтте. “Дүртәү финалына” Нижневартовск, Дзержинск, Благовещен ҡалаларынан балалар командалары йыйылды.2017-се йылда Благовещен ҡалаһы көйәрмәндәр конкурсында еңеү яуланы. Һөҙөмтәлә СИБУР компанияһы ҡалала балалар өсөн бушлай футбол мәктәбе асты. Ул айырым алым буйынса эшләне. Быйыл да алда әйтеп үтелгән ҡалалар көйәрмәндәр конкурсында ҡатнашты. Был юлы еңеү Нижневартовск ҡалаһына йылмайҙы, унда йылға буйы төҙөкләндерелеп, һыу инеү урыны барлыҡҡа киләсәк.Дүрт команда 2019-сы йылда үҙҙәрендә футбол буйынса турнир финалын үткәреү өсөн көрәште. Уҙған йылда 4-се урын яулаған Благовещен футболсылары быйыл финалға сыҡты.Беҙ әле финал уйындарына шаһитбыҙ. Беренсе урын өсөн Благовещендан Кристалл һәм Тобольскиҙың Тоболы көрәшә. Әле генә ҡунаҡтар икенсе гол индерҙе, әммә, уны иҫәпләмәнеләр. Майҙан хужалары алда бара, иҫәп 2-1.Финал уйыны көсөргәнешле барҙы, командалар тигеҙ уйнаны. Ләкин, майҙан хужалары йәнә көслөрәк булып сыҡты һәм 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Ә Башҡортостандың Благовещен ҡалаһынан Кристалл командаһы көмөш миҙал яуланы. СИБУР компанияһының “Яҡшы эштәр формулаһы” берҙән-бер мәрхәмәтлек программаһы. Ул 2016-сы йылдан алып 6 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла һәм ҡалаларҙы, мәғарифты, мәҙәниәтте,  фәнде, спортты, ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән. Икенсе йылда “Яҡшы футбол” проекты иһә йәнә Тобольскиҙа үтәсәк, унда башҡа ҡалаларҙан да балалар командалары саҡырыласаҡ, тип көтөлә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика