Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Оклахома штатында ҡаршылыҡ акциялары. Халыҡ полицияның кеше үлтергәндән һуң стресстан арыныу тураһындағы курстар үткәреүенә ҡаршы сыҡты.  Курстарҙы 2016 йылда ҡара тәнле кешене үлтергән һәм бының өсөн тейешле язаһын алмаған элекке полиция хеҙмәткәре алып барыуы активистарҙы шаҡ ҡатырған.

Мәскәү метроһының  “Курск” станцияһында полиция хеҙмәткәрен үлтергәндәр. Рәсәйҙең  Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кеше үлтереүҙә шикләнеүсе тәүҙә бер ҡатын менән һөйләшә һәм поездға ултырып ҡаса. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Рио-де-Жанейрола милли музей бинаһын ут ялмап алған. Португалия батшаларының элекке бинаһын һүндереүгә 80 кеше йәлеп ителгән. Бразилияның мәҙәниәт министры янғын күптәрҙең үҙ эшенә ҡул һелтәп ҡарауы сәбәпле сыҡҡан, тип белдергән.

Чолпан-Ата ҡалаһы янындағы ипподромда күсеп йөрөүсе халыҡтар уйындарын асыу сараһы үтте. Яңы технологиялар ҡулланып эшләнгән сәхнәләштерелгән тамашала күсеп йөрөүсе халыҡтар фәлсәфәһе күрһәтелде. Уйындарҙы тантаналы асыуҙа Ҡырғыҙстан, Ҡазағстан, Төркиә башлыҡтары һәм Венгрия премьер-министры ҡатнашты. Ярыштарға 80 илдән 2 мең атлет ҡатнаша.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Салауат ҡалаһында водород етештереү буйынса ҡулайлама эшләй башланы. Был башҡорт б ензинын илдә иң яҡшылар рәтенә сығарасаҡ, тине Радий Хәбиров.  “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе сиктәрендә водород етештереүҙе башлау тураһындағы документҡа республика башлығы ҡултамғаһын ҡуйҙы. Шулай уҡ,...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды

Милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлауға арналғандары бер район-ҡаланы ла, ойошмаларҙы ла урап үтмәне. Төбәк етәксеһе ҡарары менән йылына ике тапҡыр – апрель һәм сентябрь айҙарында үткәрелгән. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, башҡа бөтә...

15 сентября 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы

Уҡытыусылар менән бер рәттән мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса быйыл республиканың белем усаҡтарында 65 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың һанын тағы ла арттырырға кәрәк, тине төбәк етәксеһе. 13 йәшлек Вилена хәҙер теш табибынан...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды

Үткән ял көндәрендә генә КОВИД-19 йоҡтороуҙың 62 осрағы теркәлгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 40, амбулаторияла 510 кеше дауалана. Пандемия башланғандан алып коронавирус менән ауырыуҙың 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Ил буйынса ул бер миллиондан...

15 сентября 2020
Яндекс.Метрика