Өфөлә “ВИЧ инфекцияһына тест”акцияһы бара

Теләгән һәр кеше аноним рәүештә бушлай иммунодефицит вирусына анализ тапшыра ала. ВИЧ инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны күпме? Дмитрий үҫмер сағынан спорт һөйөп үҫә, һаулығын да һәр ваҡыт тикшертеп йөрөй.  Ун дүрт йыл элек ул табиптарға анализ тапшырырға бара. Тап шул ваҡытта уның ВИЧ менән зарарланғаны асыҡлана. Көтөлмәгән диагнозды ишеткәс, Дмитрий ҡулдарын төшөрөп, бошонҡолоҡҡа бирелмәй. Бәхеткә күрә, уның ғаиләһе һәм туғандары ла ситкә типмәй. Дмитрий әле ике бала тәрбиәләй, юғары уҡыу йортон тамамлаған һәм спидҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенә эшкә урынлашҡан. Имуннодефицит вирусы менән зарарланғандарға әхлаҡи яҡтан ярҙам итергә тырышам, ти ул.ВИЧ-инфекцияһы организмға система һәм башҡа ҡорамалдар, шулай уҡ бер нисә кешенең бер үк шприц менән ҡулланғанда, әсәнән балаға күкрәк һөтө имеҙгәндә күсә ала. Вирустың төп йоғоу юлы — енси бәйләнеш. ВИЧ инфекцияһына анализды һәр кешегә мотлаҡ тапшырып тикшертергә кәңәш итә белгестәр. Бының өсөн бөтә Рәсәй буйлап “ВИЧ инфекцияһына тест” проекты йөрөй. “ВИЧ инфекцияһына тест” проектына көнөнә ике йөҙләгән кеше анализ тапшырырға килә.Бында иммунодефицит вирусына  анализ тапшырыу өсөн бармаҡтан ҡан алалар. Ҡан тапшырыусыларға оҙаҡ көтөргә тура килмәй, яҡынса ун минуттан ул әҙер була. Әйткәнәдй, анализ аноним рәүештә үтә. Иммунодефицит вирусы организмдағы һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен үлтерә һәм организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай. Проект ойоштороусылары әйтеүенсә, ВИЧ инфекцияһына анализды күбеһенсә үҫмерҙәр тапшыра. Белгестәр билдәләүенсә, әле йыл башынан ғына 1800 кеше ВИЧ инфекцияһы менән зарарланған.  Шуларҙың етмештән ашыу проценты эшкә һәләтле ир-егеттәр. ВИЧ инфекцияһын күбеһенсә 32-44 йәштәгеләр йоҡтора.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

5 минут 50 секунд назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

6 минут 4 секунды назад
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

6 минут 38 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

7 минут 11 секунд назад
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика