Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы әҙерлек барышына йомғаҡ яһаны.Төбәк парламенты һәм ҡайһы бер муниципаль берәмектәр советтарына депутаттар һайлау көнөндә тәү талап участкаларҙа тауыш биреү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу һәм һайлау менән һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәр яҡлап әҙерлектең юғары кимәлен дәлилләй.Видеоселектор кәңәшмәһендә округ һәм участка комиссиялары, идара органдары менән бер рәттән һаулыҡ һаҡлау һәм эске эштәр министрлыҡтары, мөмкинлеге сикле граждандар ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Туғыҙынсы сентябрҙә һәр участкала полиция хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибе һағында торасаҡ. Мөмкинлеге сикле граждандарҙы ҡабул итеү саралары ла күрелгән. Өфөлә улар ғәҙәттәгесә Зорге урамындағы 208-се участкала тауыш бирә.   Бында пандус, тактиль һуҡмаҡ, күреү һәләте түбәндәргә яҡтылыҡлы маяҡ һәм Брайл шрифты буйынса яҙылған алтаҡта бар. Һайлауҙың тыныс һәм ғәҙәти шарттарҙа ойошҡанлыҡ менән үтәсәгендә шик юҡ.Һәр яңы һайлау кампанияһы үткәненән айырылып тора. Туғыҙынсы сентябрҙә үтәсәк һайлау иһә бюллетендәрҙе эшкәртеүсе комплекстарҙы киң ҡулланыу менән үҙенсәлекле. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Мәскәү ҙәм Мәскәү өлкәһенән һуң өсөнсө урында. Электрон ҡоролманың төп тәғәйенләнеше һайлау һөҙөмтәләрен асыҡлауҙы тиҙләтеү.Тауыштарҙы автоматлаштырған тәртиптә һанаусы ҡоролма республикала тәүге тапҡыр 2003 йылда 22 һайлау участкаһында ҡулланылғайны. Был юлы улар 811 участкала ҡуйылған. Өфөлә бындай ҡоролмалар менән участкаларҙың 94 проценты тәьмин ителһә, муниципалитеттарҙа КОИБтар ҙул ауыл биләмәләрендә эшләй. Электрон ҡоролмалар өҫтәмә рәүештә килешеү буйынса күрше өлкә һәм республикаларҙан ваҡытлыса алынған. Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов КОИБтарҙың 2010 һәм 2017 йылғы өлгөләрендә эш тәртибен йәнә хәтергә төшөрә. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә тауыш биреү башланғансы ҡоролманы көнэлгәре ҡабыҙыу мотлаҡ.Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы тик алдан билдәләнгән бер участкала теркәлгән документты ҡабул итә, бер юлы бер нисә бюллетень һалыу мөмкинлеге юҡ. Иҫәпләүҙе тиҙ һәм хатаһыҙ үткәрергә булышлыҡ итә һәм йомғаҡтарҙа шикләнеү осраҡтарын иҫкәртә. Тимәк, һайлауҙың асыҡ һәм ғәҙел башҡарылыуын раҫлай.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика