Иглиндар әүҙем тауыш бирҙе

Иглин территориаль һайлау комиссияһы Красногорск һайлау округының үҙәге булып тора. Унда шулай уҡ Нуриман, Архангель райондарында урынлашҡан ҡайһы бер һайлау участкалары комиссиялары ла бюллетендәрен тапшырҙы. Иглин ауылында барыһы 10 һайлау участкаһы урынлашты.  Һайлау комиссиялары үҙҙәренең эшен иртәнге сәғәт етелә үк башлап ебәрҙе. Был һайлауҙар комиссияларҙың  тәүге кампанияһы түгел, шуға күрә лә һәр эш ҡағиҙәгә ярашлы башҡарыла, тип белдерҙе 2017-се  һайлау участкаһы рәйесе Хөрмәт Әхмәт улы Айытбаев. Иглин районында  42 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Ғәҙәттә уларҙың уртаса 80 проценты һайлауҙарҙа даими ҡатнаша. Был участкаға 20 кеше  өйҙә тауыш биреү теләген белдереп ғариза яҙған. Шулай ҙа мөмкинлеге булғандар, хатта оло йәштәге һайлаусылар ҙа үҙ тауышын участкаға килеп  бирҙе. Берҙәм тауыш биреү көнөн бик күптәр байрам, тип ҡабул итә һәм йорт, ғаилә мәшәҡәттәрен бер аҙға кисектереп, гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Башҡа һайлау участкаларында теркәлгәндәр ҙә һайлауҙы ҡалдырмаҫ өсөн, алдан талондар алып, тауыш биреү көнөн хәстәрләп ҡуйҙы. 2017-се һайлау участкаһында балалар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған. Атай-әсәйҙәре бюллетень тултырған арала ҡыҙ һәм малайҙар   ял бүлмәһендә һүрәт төшөрҙө, йәнһүрәт ҡараны. Иглиндә йәшәүсе халыҡтың күпселеге киләсәккә яуаплы ҡарашта һәм һайлауға килеүҙәре менән төбәк тормошонда ҡатнашырға әҙер булыуҙарын иҫбатланы.Өлкәндәр үҫеп килгән быуында ла гражданлыҡ яуаплылығын тәрбиәләргә тырыша. Хатта бәләкәстәрҙең дә һайлау процесы менән ҡыҙыҡһыныуы  ололарҙың был йәһәттән уларға өлгө була алыуының һөҙөмтәһе.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика