- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »
Хәбәрҙәр

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды
Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра
Өфөнөң Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй
Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

Тау хатаны ғәфү итмәй
Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора
Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр...

Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ
Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр...

Республикала вакцина яһау пункттары эшләй
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта, медицина һәм социаль өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка...

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә
Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий...

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле
Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе: «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

Үҙенсәлекле шөғөл
Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен таныш...

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә
Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе - Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар ил күләмендәге бәлә. Өфө...

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 36% күберәк.

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың...

Медицина десанты
Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?
Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола. Йыйылған ағастар...

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде
Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуы...

Синоптиктар 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә
Синоптиктар Башҡортостан халҡын 30 градуслыҡ һыуыҡтар тураһында иҫкәртә. Иҫкесә стиль буйынса яңы йыл төнөндә, йәғни 13 ғинуарҙан 14-енә ҡарай төндә Республика биләмәһендә 33 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы...

Марый халҡы Шорыкйол байрамын билдәләй
Тәржемәләгәндә ул һарыҡ тояғы тигәнде аңлата. Байрам халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән башлана. Төрлө кейемдәргә кейенгән халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылай. Борон мариҙар был көндө ғаилә һәм үҙ хужалығының именлеге менән бәйләгән. Байрамдың беренсе көнө бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә....

Ер шарында “Рәхмәт” көнө билдәләнде
Ер шарында иң изге байрамдарҙың береһен – Халыҡ –ара “Рәхмәт” көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Башҡортостан республикаһы медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт!" акцияһын иғлан итте. Был көн һәр теләгән кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһендә #спасибомедикамрб...

Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде
Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн хәҙер субсидияларҙы юллау күпкә еңелерәк буласаҡ. Йорт ихаталарында усаҡтар яғыу тыйыла. Хәҙер күптәр өйҙән эшләргә күнекте. Онлайн-кәңәшмә ваҡытында эргәлә балаларҙың йөрөүе лә бер кемде лә ғәжәпләндермәй хәҙер. Константин Лоҡманов етәкселегендәге компания Ай-...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »