- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »
Хәбәрҙәр

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында Бөрйәндәр әүҙем ҡатнаша
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнашырға теләүсе ауыл биләмәләрендә йыйылыштар үтә. Әлеге көндә проекттарҙы һайлап алыу этабы бара. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Проект ярҙамында халыҡ өсөн көнүҙәк пробемалар хәл ителә. Программала Бөрйәндәр ҙә әүҙем...

Башҡортостан спортсыларын яңы кимәлгә сығарыу
Өфөлә республиканың ММА Федерацияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Федерация райондарҙа үҙ бүлексәләрен асыуҙы дауам итеүҙе лә маҡсат итә. Ултырышта киләһе йылға ҡатнаш алыш спорты федерацияһы үткәресәк спорт саралары планы раҫланды. Федерация президенты Руслан Зарипов әйтеүенсә, төбәктәрҙә...

Йылдың һуңғы кәңәшмәһе
Республика Хөкүмәте быйылғы һуңғы Оператив кәңәшмәһендә йылға йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров айырым тармаҡтар буйынса сығыштарҙан һуң киләсәккә бурыстарҙы билдәләп үтте. Төп күрһәткестәр Милли проекттарҙа билдәләнгән маҡсаттарға ҡарап баһалана. Уларҙың үтәлеше буйынса Башҡортостан илдә һәм Волга буйы...

Башҡортостан полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде
Башҡортостан полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Эске эштәр министрлығының 500 хеҙмәткәре дүшәмбенән тәүлек әйләнәһе дежурҙа буласаҡ. Яңы йыл төнөндә урамдарҙа, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа 2 мең полицейский, мең ярым дружинасы дежурҙа торорға тейеш. Әйткәндәй, утыҙ беренсе...

Республиканың ветеринар хеҙмәте 2020-се йыл йомғаҡтарын барлай
Башҡортостандың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволары уҙып барған йыл һөҙөмтәләрен иғлан итә. Был юлы республиканың ветеринар хеҙмәте 2020-се йыл йомғаҡтарын барлай. Ветеринар өлкә өсөн уҙып барған йыл көсөргәнешле шарттарҙа үткән. Республикаға “Африка тағуны”, “ҡош киҙеүе” кеүек вирустарҙы индермәү...

9 балалар лагеры асыла
Башҡортостанда йыл әйләнәһенә эшләгән 9 балалар лагеры булдырыла. Республика Хөкүмәте Президиумы ҡала янында йыл әйләнәһенә эшләгән муниципаль лагерҙар асыу өсөн балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибе раҫланы. Республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса...

“Белая река” торлаҡ комплексы иғәнәселәренә фатир асҡыстарын тапшырылды
Өфөлә “Белая река” торлаҡ комплексы иғәнәселәренә фатир асҡыстарын тапшырыу башланды. Уларҙың барыһы ла “алданған иғәнәселәр” реестрына ингән граждандар. Йәшәр урынһыҙ ҡалыусыларға был юлы ярҙамға яңы компания килде. Фатир хужаларына үҙ йорто асҡыстарын республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы

Радий Хәбиров Рәсәйҙең Дәүләт Советы составына индерелде
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Дәүләт Советы составына индерелде. Ошо туралағы Указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Дәүләт органын ил президенты шәхсән етәкләй. Дәүләт Советы йәмәғәт власы эше өсөн яуаплы. Бынан тыш ул тышҡы һәм эске сәйәсәт, Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн...

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертын ресбублика башлығы юғары баһаланы
Өфөлә Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүе ансамбленең отчет концерты уҙҙы. Бай йөкмәткеле программа менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сығыш яһанылар. Радий Хәбиров ансамбль артистарын Башҡортостан ғорурлығы, тип билдәләне

Өфөнө кем етәкләр?
2021 йыл башында Өфө ҡала хакимиәте башлығын һайлаясаҡтар. Кисә был вазифаға кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә башланы. 25 декабргә тиклем ҡағиҙә шарттарына тура килгән һәр кем ғариза тапшыра ала. Уларҙың исемлеге әлегә сер итеп һаҡланасаҡ һәм документтар ҡабул итеү тамамланғас...

Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эше менән Мәскәү ҡыҙыҡһына
Короновирус сирен йоҡтороусылар һаны арта. Пандемия башланғандан алып 17 500-ҙән ашыу кеше был сирҙе кисергән. Әле төбәктә ковидҡа ҡаршы прививка эшләү дауам итә. Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь асылды. Уны асыу тантанаһында ҡатнашҡандар республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация...

Яңы урамдарҙы бел
2020 йылда Өфөлә 60 яңы урам, бер-нисә бульвар, аллея, унлаған тыҡрыҡ барлыҡҡа килде. Уларҙың ҡайһы берҙәре төҙөлөшө планда ғына. Әммә был урамдар буйлап әленән үк йөрөп әйләнергә мөмкин. Навигаторҙар был урамды яҡшы белә. Ул Затон биҫтәһендә урынлашҡан. Халыҡтар дуҫлығы проспекты буйлап килгәндә...

Көлкөлө сәйәсәт
Өфөлә карикатуралар оҫтаһы Камил Бузыҡаевтың күргәҙмәһе асылды. Нестерев музейында “Өфө, күңел асабыҙ”, тип аталған экспозицияла рассамдың 70-тән ашыу эше урын алған. Был юлы тамашасыларҙың һүрәттәрҙең төп нөсхәһе менән танышыу мөмкинлеге бар. 12 өлөшкә бүленгән күргәҙмәлә...

Йәшәү өсөн яңы урын
Йәшәү өсөн яраҡлы түгел, әммә башҡа сара юҡ. Өфөлә йәшәүсе урам һепереүселәрҙең күьеһенең үҙ торлағы юҡ. Эш биреүсе нимә тәҡдим итә, хеҙмәткәрҙәргә шунда йәшәргә тура килә. Подвалда көн иткән урам һепереүселәр ғаиләһе менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.

Баймаҡ менән Сибайҙың яңы һулышы
Баймаҡ ҡалаһы подъездарҙы ремонтлауға 10 миллион аҡса ала, Урғаҙала тиҫтәләрсә йылдар хәл ителмәгән һыу мәсьәләһе урынынан ҡуҙғалды. Сибайҙа иһә сәнәғәт обьекттарында етештереү күләме арта. Радий Хәбиров ике көнлөк эш сәфәре менән Урал аръяғында булып ҡайтты. Һөйөнөрлөк ваҡиғалар менән...

Фәриҙә Ҡудашева йыры
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл. Сәхнә эшмәкәренең ижад юлы Башҡортостан радиоһы менән дә айырылғыһыҙ бәйле. Мәшһүр йырсы оҙаҡ йылдар дауамында радио дикторы булып эшләгән. Фәриҙә Ҡудашева менән композитор Бәхти...

Парккҡа ут етмәй
Өфөнөң Урмансылар паркы төҙөкләндереүгә мохтаж. Баш ҡаланың иң матур урындарының береһендә ял итеүселәр яҡтылыҡ етмәүгә зарлана. Кис мәлендә ял итеүселәр бағаналарҙа фонарҙәр булмауы тураһында әйтә. Был иһә үҙ сиратында кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған фактор. Урманда яҡтылыҡ кәрәкме. Ошо һорауға...

Өфө хакимиәтенең яңы башлығы исеме аталды
Өфө хакимиәтендә үҙгәрештәр. Баш ҡала хакимиәте мэры вазифаһын ваҡытлыса Сергей Греков башҡарасаҡ. Ошо туралағы ҡарар Өфө ҡала советы депутаттары ултырышында ҡабул ителде. Депутатттар уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин...

Айыҡ яңы йыл
Республикала яңы тәртип үҙ көсөнә инә. Яңы йыл көндәрендә кибет һәм махсус сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә. Ғинуарҙың өсөнсө көнөндә араҡы-шарап бөтөнләй һатылмаһа, дүртенсе, бишенсе һәм алтынсы ғинуарҙа алкоголле тауар менән көндөҙгө икенән иртәгәһе көндөң иртәнге ун сәғәтенә...

Яңы йыл бейеүһеҙ үтәсәк
Башҡортостан пандемия сәбәпле ҡабул ителгән саралар исемлеген үҙгәртә. Республикала яңы йыл корпоративтары үткәрелһә лә, залда кешеләр һаны илленән артырға тейеш түгел. Күңел асыу өсөн бейергә ярамай. Был турала Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указда айырым әйтелә. Сикләүҙәр 18-се ғинуарға тиклем үҙ...

Башҡортостан журналистары берлегендә яңы рәйес
22-се осрашыу онлайн форматта. Кисә Башҡортостан журналистары берлегенең 22-се съезы үтте. Съезд делегаттары берлеккә яңы рәйес һайланы. Ойошманы оҙаҡ йылдар Йәшлек гәзите баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков етәкләгәйне. Ул осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдында башҡарылған эштәргә йомғаҡлау...

Әбйәлилдәге янғын сәбәптәре асыҡлана
Әбйәлил районы Ишбулды ауылындағы ҡарттар йортондағы янғында һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡланды. Ҡорбандарҙың иң өлкәненә 80 йәш булһа, иң йәшенә — 57. 1960 йылда төҙөлгән ағас бинала бәлә ҡупҡан мәлдә 16 кеше була. Янғын сәбәптәрен асыҡлау, һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам...

Яңы йылды яңы йортта
Ноябрь аҙағында Өфө ҡалаһының Калинин районы Базилеевка ауылында йәшәүсе ғаилә урамда тороп ҡала, уларҙың йорттары тулыһынса көлгә әйләнә. Кейемһеҙ, документтарһыҙ, хатта ялан аяҡ. 1 декабрь ғаилә Радий Хәбировҡа онлайн аша осрашыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Берҙәмлектә-көс , тигәндә,...
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »