- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 293
- 294
- 295
- 296
- 297
- 298
- 299
- 300
- 301
- следующая ›
- последняя »
Хәбәрҙәр

Беҙҙең канал иғлан иткән ,,Алтын бишек,, акцияһы дауам итә
Бында һәр теләгән ауыл ҡатнаша ала. Әлегә ижади төркөм Дәүләкән, Учалы, Шаран райондарының иң матур төйәктәрен төшөрҙө. Киләһе шишәмбе ,,Хәйерле иртә, Республика,, тапшырыуында һеҙ, телевизор ҡараусылар, тура эфирһа тауыш биреү юлы менән тәүге этаптың еңеүсеһен билдәләйәсәкһегеҙ. Йәмле Дим...

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов күп балалы әсәләрҙе бүләкләне
«Әсәлек даны» миҙалын 47 күп балалы әсәһе алды. Үҙ тормошон бала бағыуға арнаған ҡатындарға йылы һәм изге теләктәр әйтелде. Күп балалы әсәләр араһында уҡытыусылар ҙа, менеджерҙар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә бар.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Рәсәй авиацияһы Пальмиранан алыҫ түгел «Ислам дәүләте» террор ойошмаһы объекттарын утҡа тота башланы. Һөҙөмтәлә террорсыларҙың иадар итеү пункты, хәрби техникаһы юҡ ителгән. Был турала Рәсәй оборона министрлығы хәбәр итте. Ереванда полиция участогын баҫып алыусыларҙы һәм бер-нисә кешене аманатҡа...

Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы
Алтынға бәрәбәр ризыҡ батманға төшкәнгә тиклем оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтә. Быйылғы татлы ризыҡтың сифаты, күләме ниндәй булыр, башҡорт балын яратыусылар балһыҙ ҡалмаҫмы? Иң йәмле миҙгел - ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа ҡайтҡан, ә бал ҡорттары даҙандарҙы бал менән тултырған мәл, тип һөйөнә Фидай ағай....

Стәрлетамаҡ районында баҫыу көнө дауам итә
Унда илдең 11 төбәгенән ауыл хужалығы тауар етештереүселәре, Италия һәм Германиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Баҫыу көнө быйыл бер-нисә майҙанда үтә. Уларҙың һәр береһендә ауыл хужалығының ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Италиялағы эре компания вәкиле форумда тәүге тапҡыр ҡатнаша. "Салават" агрофирмаһы...

Бөгөндән башлап барлыҡ авиакомпаниялар ҙа Төркиәгә даими рейстар яһай ала
Росавиация һәм Рәсәйҙең транспорт министрлығы Төркиә барлыҡ аэропорттарҙа ла пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү йәһәтенән тейешле саралар күреүе тураһында хәбәр иткән. Уға тиклем илдең туроператоҙар ассоциацияһы быйыл Рәсәйҙән Төркиәгә чартер рейстарын тергеҙеү мөмкин түгел, тип хәбәр...

Яңауыл-Тәтешле юлындағы аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлдө
Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Мазда автомобиле ҡаршы яҡ юлға сығып Рено Сандероға бәрелә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була, хатта ике машина ла янып китә. Был юл-транспорт фажиғәһендә 4 кеше һәләк булды. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы томра эҫелә водителдәрҙе...

Ғафури районында йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте
Унда Башҡортостандан, Омскийҙан, литва һәм Ҡытайҙан 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Үҙенсәлекле бәйгелә ҡатнашыу өсөн Алишер Ходжаев махсус рәүештә Ҡытайҙан килгән. Ул Цинхуа Университетында эшләү менән бер рәттән уҡ атыу менән мауыға. Башлыса заманса алымдар менән уҡ атыусылар ҙан ул, боронғоса уҡ...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Төркиә өс айға ғәҙәттән тыш хәл режимын идерҙе. Хәрби фетнәгә 5 көн үткәндән һуң хакимиәттәр шундай ҡарарға килгән. Рәжәп Эрдоган әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы конституцияға ҡаршы килмәй һәм хакимиәттәргә тейешле саралар күреү мөмкинлеген бирә. “Ебәк юлы” ралли-рейдында ҡатнашыусылар 11...

Өфөлә йәшәүселәрҙе ҡала өҫтөндәге томанһыу борсоуға һала
«Өфөнефтехимдағы» шартлауға уның бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ. Синоптиктар әйтеүенсә, томанға Урал артындағы урман янғындары сәбәпсе булыуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан бер-нисә йыл элек торфлы һаҙлыҡтар яныу сәбәпле Мәскәүҙе ҡуйы томан ҡаплағайны. Белгестәр Өфөгә ҡурҡыныс янамай тип...

Юл хәрәкәте именлеге дәүәләт инспекцияһы үткән алты айға йомғаҡ яһаны
Ярты йылда 793 авария теркәлгән. Уларҙа 19 кеше һәләк булған, меңдән ашыуы йәрәхәтләнгән. Иҫерек водителдәр ғәйебе менән теркәлгән 40 аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Инспекторҙар әйтеүенсә, 387 юл-транспорт фажиғәһенә юлдар торошо сәбәпсе булған. Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн 138 миллион...

Һуңғы аҙнала йәмәғәт транспорты киҫкен мәсьәләгә әйләнде
Иртән кешеләр автобус көтөп эшкә бара алмай интегә, кискеһен ҡайта алмай ыҙалана. Рөхсәт ҡағыҙҙары булмай тороп рейсҡа сыҡҡан водителдәргә ҡарата талаптарҙы көсәйтеү бына шундай эҙемтәләргә килтерҙе. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы, юлдарҙы күҙәтеү идаралығы машиналары дежурға сыҡты....

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Төркиәлә хәрби фетнәгә теләктәшлек белдергән уҡытыусылар араһында таҙартыуҙар башланған. Юғары уҡыу йорттарында, шәхси һәм дәүләт мәктәптәрендә эшләүсе 40 мең уҡытыусы эштән ҡыуылған. Фетнәне ойоштороуҙа шикләнеүсе Фәтхулла Гюлен әлегә Америкала. Анкара уны Төркиәгә биреүҙе талап итә. Төнъяҡ...

Вируслы покемон
Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәте мәғлүмәт именлеге менән шөғөлләнеүсе белгестәргә һылтанып Покемон Гоу уйынының ҡурҡынысы тураһында иҫкәртә. Мутлашыусылар вируслы ҡушымта эшләп тарата. Ул мобиль телефондан шәхси мәғлүмәтте урлай һәм уның...

Белемде ғәмәлдә үҙләштереү уҡыусыны белгес дәрәжәһенә еткерә
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттарының уҡыу йылында ғәмәли сирек - мотлаҡ талап. Дәреслектәге ҡағиҙәләрҙе улар хужалыҡта һынап ҡарай. Бындай хужалыҡтар ҙа осраҡлы ғына һайланмай. Ветеринария факультеты студенттары быҙау мөгөҙҙәрен көйҙөрөү ысулдары тураһында белешмә ала. Мал...

Өфө янында Бөрө юлында 7 машина ҡатнашлығында авария теркәлде
Камаз ҡаршы яҡ юлға килеп сыға һәм тығында торған 7 машинаға бәрелә. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй. Автомобилдәр ныҡ ҡына зыян күргән. Юл хәрәкәте инспекторҙары авария сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр итә медиакорсеть агентлығы.

Еләк үҫтереп күпме килем алырға мөмкин?
Мөмкин, тик еләк сорттарын дөрөҫ һайлай һәм тәрбиәләй белеү мөһим, ти тәжрибәле баҡсасылар. Шаран районы Яңы Йомаш ауылында йәшәүсе Яковлевтар ғаиләһе был кәсеп менән ете йыл элек ныҡлы шөғөлләнә башлай. Миҙгел буйына еләк һатып кәсеп итә улар. Баҡса еләге –үрсетеүгә еңел, ләкин...

«Башавтотранс» компанияһы ҡала эсендәге маршруттарҙы арттырырға йыйына
Лицензияһыҙ пассажир ташыусыларға ҡарата ҡабул ителгән саралар арҡаһында Өфөлә автобустар һаны аҙайҙы. Шуға күрә, дәүләт предприятиеһы бер нисә йүнәлештә яңы маршруттар ебәрергә уйлай. Айҙар Әфләтүнов 31-се маршрут водителе. Үҙәктән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә йөрөй. Көн һайын ул йөҙәрләгән...

Өфө янында билдәһеҙ йән эйәһен күргәндәр
Халыҡ телендә уны чупакабра тип тә йөрөтәләр. Алексеевка ҡасабаһында йәшәүсе ғаилә башлығы төнгө сәғәт икеләр тирәһендә эр өрә башлағас ихатаһына сыға. Шул ваҡытта йәшен тиҙлегендә уның янынан ғына билдәһеҙ йәш эйәһе югереп уҙа. Асыҡланыуынса, төнгө ҡунаҡ ике тауыҡтың, үрҙәктәрҙең ҡанын эсеп...

Рәсәйҙә 220-се федераль закон үҙ көсөнә инде
Яңы ҡанун һәр кемгә ҡағыла тиерлек. Сөнки, ул йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеген көйләй. Яңы закон лицензияһыҙ кәсеп иткән автобус водителдәрен асыҡлау һәм транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу йәһәтенән ҡабул ителде. Әммә, Өфө был үҙгәрештәргә әҙер булмай сыҡты. Күпселек автобустар...

Рәсәй туристарын алып ҡайтыу өсөн бөгөн Төркиәгә буш самолеттар осто
Кисә иртән Истамбул-Өфө самолеты башҡала аэропортына ултырҙы. Төркиәләге фетнәнән һуң был беҙҙең аэропортҡа төшкән тәүге аэробус. Истамбул, Антальянан Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодарға 5 самолетта 450 турист алып ҡайтылған. Кисә тағы ла 11 самолет менән Мәскәү, Ҡазан,...

Башҡортостан Автономияһының йөҙ йыллығы юғары кимәлдә үтәсәк
Ошо турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Рөстәм Зәки улы һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәк тәҡдиме тәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә, һуңынан ил етәксеһендә лә хуплау тапҡан. Башҡорт автономияһының йөҙ йыллығын байрам итеүгә ике йыл ярым самаһы ваҡыт булһа ла, яҡын арала уҡ айырым комитет...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Төркиәнең көньяғында урынлашҡан Инжирлик хәрби базаһы етәксеһе илдә фетнә ойоштороуҙа ҡатнашлығы булыҙа ғәйепләнеп ҡулға алынған. Генерал Бакир Эркан менән бергә юғары вазифа биләүсе 10 хәрби ҙә тотолған. Инжирлик базаһында Америка, Бөйөк Британия, Германия, Сәғүд Ғәрәбстаны самолеттары...
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 296
- 297
- 298
- 299
- 300
- 301
- 302
- 303
- 304
- …
- следующая ›
- последняя »