Хәбәрҙәр

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә
Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра. Башҡортостан баҫыуҙарында тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу эш бара. Төндә лә эш туҡтатмай. Дүртөйлө механизаторҙары кәзә үләнен йыйып алыуҙы тамамлай. Ҡуҙаҡлы культураны ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә улар. Был...

Асҡын районында йәшәүселәр мобиль телефон камераһына торнадо барлыҡҡа килеү мәлен төшөрөп алған
Әммә ул көс йыйып өлгөрә алмай юҡҡа сыға.Быға тиклем беҙҙең яҡтарға хас булмаған был күренеште Саҡмағош районында йәшәүселәр төшөрөп интернет селтәренә һалғайны. Башҡортостанда торнадо 2014-се йылда төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәргә ҙур зыян килтерҙе. Ике кеше һәләк булды.

Салауат ҡалаһындағы дауалау-холоҡ төҙәтеү колонияһы ғәҙәттәге эш режимына күсте
Аңлатыу эштәренән һуң хөкөм ителеүселәр ҡаршылыҡ акцияһын туҡтатты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 70-ләп кеше ҡатнашҡан. Хәҙер тәфтишселәргә уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ғәйебен асыҡларға тура киләсәк. Бирелгән язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының матбуғат...

Йома көн, 12-се июндә Өфөләге Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола
Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк был сауҙа байрамында республиканың ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиеларының, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, фермерҙар һәм Шишмә, Благовар, Әлшәй, Асҡын һәм башҡа райондарҙан йүнселдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да асыла....

12-се июндә Рәсәй көнөн билдәләү һәм артабанғы ял көндәре сәбәпле пенсия һәм социаль түләүҙәр махсус тәртип буйынса таратыла
Түләүҙәрҙе почта элемтәһе аша алыусыларға был хаҡта май айындағы квитанцияларында уҡ хәбәр ителгән. Таратыу ваҡыты айҙың 11-нән 14-нә тиклемге осорға тура килгәндәр аҡсаларын көнэлгәре аласаҡ. Кредит ойошмаларына тейешле сумма шулай уҡ бер көн алдан, 11-се июндә күсерелергә тейеш.

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде
Бөгөн башҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Сит илдән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу һәм хеҙмәтләндереү саммиттың эшлекле өлөшөн тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек үк яуаплы бурыс. Был йәһәттән тәү сиратта алсаҡ администраторҙар, көләс...

Республика башлығы беҙҙең телеканалға эксклюзив интервью бирҙе
Унда һүҙ, нигеҙҙә, ШОС һәм Брикс самиттарына әҙерлек тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, саммиттар ваҡытында ШОС ойошмаһына ингән илдәрҙең етәкселәре тарихи-документ- Өфө декларацияһына ҡул ҡуясаҡ.

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә
Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра.Башҡортостан баҫыуҙарында тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу эш бара. Яҙғы сәсеү тамамланыу менән хужалыҡтар мал аҙығын әҙерләүгә тотондо. Һауа торошо тотороҡло булған осорҙа етерлек силос һалып өлгөрөргә...

Быйыл Башҡортостанда 700 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеге тикшереләсәк
Бының өсөн 93 учреждение һайлап алынған. Шулай уҡ 32 күсмә медицина бригадалары һәм 13 медицина комплекстары ла эшләйәсәк. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапта диспансерлаштырыу үткән 320 мең кешенең 30 процентында йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Америка Ҡушма Штаттары һәм тағы ла ете ил Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереүе ихтимал. Был турала Американың финанстар министры Джейкоб Лью белдергән. Барак Обама һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡораллы көстәре Украинаның мөстәҡиллегенә янай. Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм Украина биләмәһендә...

Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ
Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға...

Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар
Шәрем әл Шәйехтәге ҡунаҡханаларҙың береһе балконынан ҡолап төшкән ир кеше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәләгә тарыған юлсыны күсереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым самолеты талап ителә. Марина Харина хәҙер икенсе аҙна дарыуҙар ярҙамында ғына йәшәй. Уның тормош иптәше, 27 йәшлек...

Өфөлә Конгресс холл бинаһы янында күнекмәләр үтте
Ут Ағиҙел йылғаһынан алынған һыу ярҙамында һүндерелә. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы үткәргән күнекмә сценарийы. Конгресс холл бинаһы янына тиҙ арала янғын һүндереү машиналары ла килеп етте. Күнекмәләрҙең шарты буйынса бинаның аҫҡы ҡатында янғын сыҡҡан....

Башҡортостанда янғындар һаны арта
Бер тәүлектә республика биләмәләрендә туғыҙ урында ут сыҡҡан. Фажиғәләргә балалар ҙа сәбәпсе. Краснокама районындағы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында, мәҫәлән, дүрт малай һарайҙа шырпы менән уйнаған саҡта, осҡон бесәнгә төшә. Һөҙөмтәлә, ҡураға зыян килә. Ишембай районы Иҫәкәй ауылында мәҙәниәт йортона...

Киләһе аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай
Унда быйыл Республика башлығы етәкселегендә Башҡортостандандан да ҙур делегация барасаҡ. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Унда Башҡортостандың экспозицияһы ла ҡуйыласаҡ. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге...

Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер
Баш ҡала ил етәкселәренән тыш, бизнес вәкилдәрен дә ҡабул итәсәк. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Өфөлә 7 ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырылды. Ҡунаҡханаларҙың береһе бөгөн асылды. 5 йондоҙло Шератон отеле менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Шератон ҡунаҡһанаһы 9 ҡаттан тора. Уңайлы булһын...

18-21-се июндә Салауат районында ,,Көйҙөрөлгән хаттар,, тип исемләнгән хәрби-патриотик йыр фестивале ойошторола.
Халыҡ-ара кимәлдә иғлан ителгән был киң сара быйыл дүртенсе тапҡыр үтә һәм ойоштороусылар тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Хәрби-патриотик йыр фестиваленең маҡсаты - автор йырҙарын тыңлап, йырсыларҙың башҡарыу һәләтен баһалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Дуҫтар менән аралашыу, хәтирәләр...

Башҡортостанда агротуризм үҫеше
Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә...

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре
Рәсәй трейдерҙары донъя баҙарында иран нефтен һатасаҡ. Ҡара алтын һатыуҙан килгән аҡсаға Иран рәсәй тауарҙарын һатып алырға ниәтләй. Хәбәр ителеүенсә, сауҙанан беҙҙең ил табышы әллә ни ҙур булмаясаҡ, әммә сәйәси яҡтан уның әһәмиәте баһалап бөтөп булмай ти белгестәр. Киев Донецк халыҡ...

Беҙҙең яңылыҡтарҙы хәҙер Рәсәй-Башҡортостан телеканалының интернет селтәрендәге яңыртылған сайтында ҡарарға мөмкин
Шулай итеп Рәсәй-Башҡортостан телеканалының яңы сайты менән бөгөндән таныша алаһығыҙ. Унда хәҙер мәғлүмәт тә күбрәк, биҙәлеше лә заманса. Ошонда уҡ тиҙҙән Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән танышырға мөмкин.

Май айында инфляция кимәле
Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса май айында республикала инфляция кимәле 100,2 процентҡа тиңләшкән. Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда был 0,2-гә кәмерәк. Үткән йылдың ошо арауығындағы күрһәткестәргә ҡарағанда иһә хаҡтар Башҡортостанда 14,7, Рәсәйҙә 15,8 процентҡа артҡан. Ҡайһы бер...

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы
Ортокератология терапияһы күреү һәләтен 100 процентҡа яҡшырта, ти табиптар. Төн эсендә күреү һәләтен ҡайтарыу. Хәҙер Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары был хыялды тормошҡа ашыра. Һүҙ ортокерратологик линзалар хаҡында. Насар күреүселәр был ысул ярҙамында көн...

Ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр
Башҡортостандың транспорт буйынса дәүләт комитеты 11-се июндән 15-нә тиклем ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә. 11-се июндә электр поездары йома көн йөрөшө тәртибендә, 12-13-ндә –шәмбе, 14-ндә – йәкшәмбе, 15-се июндә дүшәмбе көн тәртибендә йөрөй.
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 382
- 383
- 384
- 385
- 386
- 387
- 388
- 389
- 390
- следующая ›
- последняя »