29 октября 11:50
Имеш-мимештәргә нөктә, Электричкалар дезинфекцияланды ошо һәм башҡа хәбәрҙәр менән Алһыу Суфиянова
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- …
- следующая ›
- последняя »
Хәбәрҙәр

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте
Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында
Өфө урман-техник техникумында республиканың “Урман хужалыҡтары менән идара итеү" бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курстар башланды. Әҙерлек дәрестәре “Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында" проекты сиктәрендә Президент грантына бойомға ашырыла. “Урман күҙәтеүсеһе -...

Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша
Балалар өсөн уйын майҙаны менән музыкаль фонтанды иһә техник асыу сараһы үтте. Бейектән был майҙан балалар конструкторын хәтерләтә. Уйынсыҡ йорттар, ҡом тауҙары, һары трактор, кран. Ҡала үҙәгендә йәйелгән төҙөкләндереү күләмен тик эшселәр аныҡ һынландыра. Был хәрәкәттәр бер-ике аҙна элек булһа,...

Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя?
Республикала өс аҙна элек короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар ҡабаттан ошо уҡ процедураны үтте. Вакцинаның тәүге дозаһын яһатыусылар үҙҙәрен нисек тоя? Был прививканы һәр кем эшләтә аламы?Вакцинация эшләтер алдынан пациенттың тән температураһы, киҫкен вируслы репиратор инфекцияға...

Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған
Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 415 осрағы теркәлгән. 9 мең 374 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 50 кеше һәләк булған. Белгестәр битлек режимы һаҡланыу тураһында тағы ла бер...

Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай
Коронавирус менән ауырыған табиптарҙың һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биргәндә бюрократияға юл ҡуйырға ярамай. Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ведомстволарға шундай күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәт президиумы ултырышында бындай документтарҙы алыуҙы берҙәм итергә...

Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға
Өфөлә дәүләт органдары автопаркынан медицина учреждениеларына ярҙамға ваҡытлыса автомобилдәр йүнәлтелгән. Бынан алда министрҙарҙы йөрөтөүсе водительдәр хәҙер табиптарҙы сирлеләрҙең өйөнә алып бара. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре үҙгәрештәр кисерҙеме? Телефон бер минутҡа ла тынмай. Пандемия...

Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте. Был тәҡдимде Республика башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Әлегә диспансеризация һәм...

Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал
Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандар өсөн тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап хроник сирле өлкән йәштәгеләр һаулығы өсөн борсолоуы тураһында белдерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта бар яҡлап улар өсөн уңайлы...

Башҡортостанда тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған
Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 330 осрағы теркәлгән. Әлеге ваҡытта 189 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу кеше һауығып сыҡҡан.

Өфөнөң көньяғында Ағиҙел йылғаһы аша өсөнсө күперҙең яртыһы әҙер
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы объекттағы эштәрҙе киләһе йылдың аҙағына тамамларға планлаштыралар. Берәр кирбестән йорт төҙөлгән кеүек, күпер ҙә киҫәк-киҫәк тимерҙән йыйыла. Металл конструкциялар бергә тоташтырылып, киңәйтелә, ошо рәүешле күперҙең...

Башҡортостан Сколков фән һәм технологиялар институты менән хеҙмәттәшлек итәсәк
Был хаҡта рәсми килешеүгә Республика башлығы Радий Хәбиров менән юғары уҡыу йортоноң ректоры Александр Кулешов ҡул ҡуйҙы. Яҡтар шулай уҡ Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә донъя кимәлендәге Евразия ғилми үҙәгенең университеттар һәм фәнни ойошмалар консорциумын төҙөргә...

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың быйылғы үҙенсәлектәре
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәүге тапҡыр республиканың йыйылыу пунктынан хеҙмәт итеү урынына оҙатылды. Йыйылыу пунктына килгән егеттәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшырҙы. Уларға шәхси гигиена әйберҙәре һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратылды.Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы...

Cәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә
Республика ауылдарында үҙ йортоңдан алыҫ китмәй, сәләмәтлекте тикшертергә мөмкин. Бвшҡортостанда Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк акцияһы сиктәрендә күсмә сәләмәтлек поездары үҙ эшен дауам итә. Уларҙың төп бурысы - төбәктең иң бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында...

Башҡортостанда КОВИД-19 менән ауырыусылар ун меңгә яҡынлаша
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, үткән тәүлектә тағы ла 69 кешенең коронавирус йоҡтороуы тураһында билдәле булды. Әле меңдән ашыу кеше ауырый. Уларҙың 155-е дауаханала, 848-е амбулатор дауалана. 8 мең 895 пациент һауыҡҡан. 48 кеше вафат булған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау...

Өфөлә быйыл күп ҡатлы 300 йорттоң 900 подъезы төҙөкләндерелде
Бының өсөн ҡаҙнанан 360 миллион һум бүленде. Пандемия арҡаһында, бер йылға тәғәйенләнгән эштәрҙең 63 проценты башҡарылды.Михаил Краснов Өфөнөң Орджоникидзе урамында урынлашҡан 16-сы йортта ярты быуаттан ашыу йәшәй. Йорт подъезы күптән тулыһынса ремонт күргәне юҡ ине, ти ул. Урамдан килеп...

Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары
Өфөлә Валерий Лесунов урамында юл-ремонтлау эштәре тамамланып килә. Был эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәүенә, “Еңеү урамдары” проектына ярашлы исемдәре Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле урамдар төҙөкләндерелде. Валерий Лесунов урамында юл-...

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт
Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә. Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы түбән төшә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа, бигерәк тә...

Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте
Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Мөхтәр Әхтәмов филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең...

Республика йәмәғәтселеге халыҡ шағиры Мостай Кәримде иҫкә ала
Мостай Кәрим Башҡорт АССР-ы ойошторолған йылда донъяға килгән. Ил ағаһының тормош һәм ижад юлы Башҡортостанға һәм унда йәшәгән һәр милләт вәкиленә мөхәббәт менән һуғарылған. Әллә нисәмә быуын уның тәрән мәғәнәле, тормошсан шиғырҙарын ҡабатлап үҫһә, меңәрләгән тамашасы Мостафа Сафа улының...

Киҙеү миҙгеле менән короновирус
Пандемияның ҡатмарлы осоро. Ашығыс медицина ярҙамы белгестәре тәүлек әйләнәһенә һаҡта. Бер бригадаға ғына 30-ға яҡын саҡырыу тура килә. Ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһында фельдшерҙың эш көнө медикаменттарҙы тикшереү менән башлана. Артабан тәүлек әйләнәһенә бер пациенттың өйөнән икенсеһенә...

Мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә
Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар тағы ла артты. Шуға ла республика етәксеһе Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Һуңғы тәүлектә тағы ла 69 кешенең КОВИД-19 менән ауырығаны асыҡланды. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт медицина универиситеты...

"Һеңлекәш" фильмын Башҡортостан 24 телеканалдында ҡарағыҙ
20 октябрь 21 сәғәт 15 минутта Башҡортостан 24 телеканалында Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" хәрби драмаһын ҡарарға саҡырабыҙ
- « первая
- ‹ предыдущая
- …
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- 10
- 11
- 12
- …
- следующая ›
- последняя »