11 йәшлек Саша Цветкованы тапатҡан водитель бөгөн иреккә сығарылды

Хөкөм ҡарарын 5 ай үтәп өлгөргән Илгиз Яҡупов амнистия һорап ғариза яҙған. Закон буйынса уның ошондай хоҡуғы бар. Башҡортостан юғары судында аппелляция ултырышында водителдең үтенесе буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде. Зыян күреүсе яҡ хөкөм ҡарарының тулыһынса үтәлеүен талап итте. Һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһе Дәүләт Думаһы депутаттары исеменә үтенес хаты юлларға йыйына, бөгөнгә унда 800 кеше ҡул ҡуйған.   Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың сентябрендә Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәйәүлеләргә тәғәйен урында юлды сыҡҡан баланы Нефаз автобусы төкәтеп 30 метр самаһы һөйрәтеп алып бара. 11 йәшлек Саша Цветкова фажиғә урынында һәләк була. 

Яндекс.Метрика