Башҡортостандан гуманитар ярҙам

112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә  Луганск ҡалаһына гуманитар ярҙам оҙатты. Бында бар Башҡортостан халҡы әүҙем ҡатнашты. Гуманитар ярҙам республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған. Башҡортостандың Урал аръяғы райондарынан хатта йөк машинаһы менән төҙөлөш материалдары ла килтерелгән. Хәйбулла районынан Ирғәле Байназаров әйтеүенсә, халыҡ был акцияла бик теләп ҡатнашҡан. 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы музейы мөдире Илүзә Ишбулат ҡыҙы әйтеүенсә, был акция Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 116 йыл тулыуға ла арнала.Был акцияла республиканың район-ҡалаларынан тыш Дим биҫтәһе мәктәптәре лә әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар ярҙам ике ай эсендә йыйылып, Луганск өлкәһенә дүрт машинала алып барыласаҡ. Ил төкөрһә – күл була тигәндәй, бөтә Башҡортостандан гуманитар ярҙам өсөн ун тоннанан артыҡ аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, төҙөлөш материалдары ебәрелде.



Последние новости

Яндекс.Метрика