Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән МИлләттәр Ойошмаһының генераль ассамблеяһы ойошма уставы үҙ көсөнә инеүгә 70 йыл тулыу уңайынан декларация ҡабул итте. Донъяның иң ҙур ҡалаларында был юбилейҙы Ер шарын зәңгәр төҫкә буя акцияһы менән билдәләнеләр. Театр, музейҙар, һәйкәлдәр һәм күперҙәр зәңгәр төҫтәге нур менән яҡтыртылды.

Польшала парламент һайлауы үтте. Элекке премьер Качиньскийҙың фирҡәһе, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса иң күп тауыш йыйып еңеү яулаған. Тауыш биреүҙә 15 миллион поляк ҡатнашҡан.

Германияның Кельн ҡалаһында ҡасаҡтарға  ҡаршы митинг үткән. Немец полицияһы уларға ҡаршы һыу атҡыстар ҡулланған. Уң активистар маршына ҡаршы һул радикаль ойошмалар ҙа үҙ митингтарын үткәргән.  Бәрелештәрҙә яраланыусылар бар тип хәбәр ителә.

Бразилияла аҫаба халыҡтарҙың Бөтә Донъя уйындары үтә. Уларҙы асыу хөкүмәткә ҡаршы акциялар менән тап килде. Ярыштарҙы асырға килгән ил етәксеһен халыҡ һыҙғырып ҡаршы алған.  

Яндекс.Метрика