Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Балҡан дәүләттәре миграция мәсьәләһен хәл итеү өсөн берлектә эшләргә һөйләшеп килеште. Брюсселдә үткән кәңәшмәлә  Сербия, Македония һәм Албания сик буйы хеҙмәтен көсәйтергә һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе киңәйтергә кәрәк тигән ҡарарға килде. Миграция көрсөгөн сәйәсмәндәр иү етди һынауҙарҙың береһе тип иҫәпләй.

Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эшкәртелгән итте-бекон, колбаса һәм сосискаларҙы һаулыҡ өсөн зараралы аҙыҡ-түлек исемлегенә индерҙе. Улар йөрәк-ҡан тамырҙары, онкологик ауырыуҙарға килтереүе ихтимал.

Канадала Тымыҡ океан яры буйынса круиз судноһы һәләкәткә осраған. 5 кеше һәләк булған. Фажиғә сәбәптәре билдәле түгел. Ҡотҡарыу операцияһында вертолеттар һәм яр буйын һаҡлау кораблдәре ҡатнаша.

Омскийҙа төҙөлөш краны юлға йығылған. 4 кеше һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса,  сауҙа комплексын төҙөү майҙансығында кран Тойота һәм Газель машиналарына ҡолай.  Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. 

Яндекс.Метрика