Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы үтте

Унда Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә һәм киләһе өс йылға бюджетҡа бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Республика Закон проекты 1122 биттән тора, сағыштырыу өсөн – Рәсәй финанс документы 9 мең биттә яҙылған.  Депутаттар фекеренсә 2018-се йылға тиклем бюджет көнбайыш санкцияларының йоғонтоһо мөмкинлеген иҫәпкә алып төҙөлгән. 2016-сы йылда килем күләменең 118 миллиард  һум, сығымдар иһә 128 миллиард булыр тип көтөлә.  Киләһе өс йылда республика бюджетының төп сығанаҡтары элеккесә ҡала – ойошмалар һәм физик шәхестәрҙең табышынан алынған һалымдар, акциздар, мөлкәт һәм дәүләт милкен ҡулланыуҙан алынған һалымдар. Һалымдарҙың яңы төрҙәрен индереү ҡаралмай.  Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар өсөн һалым каникулдары буйынса эшмәкәрлек төрҙәре киңәйтелә.  Бюджет сығымдары иһә ғәҙәттәгесә, тәү сиратта социаль хеҙмәттәрҙе финанслауға йүнәлтелә. Халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың белдереүенсә, бюджет сығымдарын файҙалы ҡулланыу һәм Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу бурысын үтәү – төп мәсьәлә булып ҡала. 2016-сы йылда республика бюджеты 25 дәүләт программаһы нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Дефицит 10 миллиард һум булһа, 2017-2018-се йылдарға уны 9,5 -9 миллардҡа тиклем кәметеү күҙ уңында тотола.  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышының көн тәртибенә ярашлы бөгөн 60-тан ашыу Закон проекттары ҡаралды. Шуларпҙың 25-е беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Был Закон проекттары республика бюджеты, һалымдар түләү, халыҡты социаль яҡлау һәм башҡа мөһим өлкәләргә ҡағыла. Ҡоролтай депуттары шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһының айырым Закон проекттарына тәҡдимдәр индереү тураһында ла ҡарар ҡабул итте. 

Яндекс.Метрика