Штраф бурыстары - эш хаҡынан

Дәүләт Думаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф түләтеү процесын тиҙләтмәкселәр. Закон сығарыусылар үҙ маҡсатына ирешһә, тиҙҙән бурыстары булған водителдәр эш хаҡтарының кәмеп китеүен тоясаҡ. Сөнки, штрафтарын ваҡытында түләмәүселәрҙең бурыстарын эш хаҡынан тотоп ҡалыу тәҡдим ителә. Ошондай норма Рәсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының яңы редакцияһына индерелгән. Бурыслы кеше бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалмаһын өсөн, эш хаҡынан алынасаҡ аҡса күләме 10 мең һум менән сикләнә.

 

Яндекс.Метрика