Орджоникидзе районы подстанцияһын аутсорсингҡа бирелмәй

Республиканың йәмәғәт палатаһы Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы подстанцияһын аутсорсингҡа биреүҙе ғәмәлдән сығарыуға иреште. Эш шунда — станция водителдәре быға ҡәтғи ҡаршы булған. Коммерция структураһына күсеү сәбәпле улар эшһеҙ ҡалырбыҙ тип ҡурҡҡан. 2012-се йылдан илдең тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте үҙ автопаркын ябып, шәхси компаниялар менән транспортты ҡуртымға алыу тураһында килешеүҙәр төҙөй башланы. 

Яндекс.Метрика