Кем ғәйепле?

Башҡаланың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһында Өфөлә кисәге аварияла кем ғәйепле икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Был авария сәбәптәрен тикшереү менән Республика буйынса эске эштәр министрлығы шөғөлләнәсәк. Кем ғәйепле икәне бер айҙан һуң ҙына билдәле буласаҡ. Әлегә микроавтобус водителенең айыҡ, автомобилдең төҙөк булыуы тураһында билдәле. Водитель белем биреү учреждениеһы штатында торған. Шуға ла уның балаларҙы йөрөтөүгә хоҡуғы ла булған. Өфөләге авария сәбәптәрен тикшереүҙе Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Павел Астахов шәхси контролгә алды. Был хаҡта ул Рәсәй 24 каналына интервью барышында белдерҙе. 

Яндекс.Метрика