Өфөлә ямғырҙан һуң йыш ҡына ҙур күләүектәр барлыҡҡа килә

Был иһә водителдәргә лә, ҡала халҡына ла берҙәй уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡаланың Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр айырыуса ыҙа сигә. Ошоно күҙ уңында тотоп ҡала хакимиәте ямғыр һыуҙарын ағыҙыу өсөн махсус канализация төҙөй башланы. Ҡыҙғанысҡа күрә, яуым-төшөмдө сикләп булмай. Ямғыр ныҡлап яуһа, ҡала урамдарында урап сыҡҡыһыҙ күләүектәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, юлдың ошо ерен киҫеп сығыр өсөн йә резина итек, йә булмаһа бер аҙ аяғыңды сылатып алырға тура киләсәк.Көҙ, яҙ миҙгелдәрендә урамға сығыу ҡайһы берҙәр өсөн ауыр мәсьәләгә әйләнә. Йыйылып ятҡан күләүектәр аша ҙур тиҙлектә өҫтөңдө бысратып уҙған автомобиль, итек кейеп кенә кисеп үтерлек һыу йыйылған урындар. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Диана Сәйфуллина әйтеүенсә, бигерәк тә бындай урындарҙы көнөнә әллә нисә тапҡыр балалар менән үтеүе уңайһыҙ. Бәғзе берәүҙәр иһә биҫтәлә итек кейеп йөрөүҙе хуп күрә. Өфө эсендә ҙур күләүектәрҙе аҙым һайын  осратырға мөмкин.  Был мәсьәләне хәл итеү кәрәклеген ҡала хакимиәтендә лә яҡшы аңлайҙар. Шуға ла ямғыр һыуҙары ағып төшһөн өсөн махсус канализация төҙөлә башлаған. Гидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, яуым-төшөм әле дауам итәсәк, тимәк Өфө урамдарында күләүектәр ҙә артасаҡ. Республика буйынса оҙайлы ямғырҙар көтөлә, ти улар. Ҡала хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, проектка ярашлы, Сипайлово биҫтәһендә 1 мең 100 метр оҙонлоғонда коллектор төҙөү ҡаралған. Ул ямғыр һыуҙарын ябыҡ канализация системаһына йүнәлтәсәк. Оҙаҡламай биҫтәлә йыйылып ятҡан күләүектәр булмаясаҡ тип ышандыралар ҡала хакимиәтендә.

Яндекс.Метрика