Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль ассамблеяһы күпселек тауыш менән Американың Кубаға ҡарата сауҙа-иҡтисади блокадаһын туҡтатыу өсөн тауыш бирҙе. Был документ өсөн 191 ил ыңғай һәм ике ил-Америка һәм Израиль ҡаршы булған. Кубаға ҡарата индерелгән санкцияларҙан тәү сиратта халыҡ ыҙа сигә.

Афғанстан һәм Пакистанда ер тетрәгәндән һуң ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Йөҙләгән йорт харабаға әйләнгән. Һәләк булыусылар сәғәтләп тиерлек арта. Афғанстанда 115, Пакистанда 270 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы килеп тыуған хәлгә борсолоу белдерҙе.

Төркиәнең махсус хеҙмәттәре  « Ислам дәүләте  » ттеррор ойошмаһына ҡағылышы булған 65 кешене ҡулға алған. Уларҙың араһында ете бала ла бар. Улар айырым төркөм булып йәшәгән, үҙ имамын тәғәйенләп  йыназа ҡылыу урыны ла төҙөгән.       

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлай ойошмаһы эшкәртелгән итте алкоголь, тәмәке кеүек үк организм өсөн зарарлы аҙыҡ-түлек исемлегенә индерҙе. Ойошманың был ҡарары бәхәстәр тыуҙырҙы. Табиптарҙың яуаплы медицина өсөн ойошмаһында әйтеүҙәренсә, тикшереүҙәр вегетариандарҙың яман шеш менән ит ашаусыларға ҡарағанда 40 процентҡа аҙыраҡ ауырыуын күрһәткән.

Яндекс.Метрика