Өфөлә кадрҙар форумы асылды

Төбәк-ара йыйында етәкселек органдары менән эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре кеше капиталына идара итеүҙе файҙалы ойоштороу мәсьәләһе буйынса фекер алыша. Власть менән бизнес араһындағы хеҙмәттәшлек майҙандарының береһе булараҡ был форум кадрҙар менән идара итеү өлкәһендәге тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота.Етәкселек, эш тәҡдим итеүсе һәм һөнәр биреүсе ойошмаларҙың берҙәм һәм уңышлы хеҙмәттәшлеге буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә өлгө күрһәтерлек. Форумдың дүртенсе тапҡыр Өфөлә ойошторолоуы ла шуға бәйле. Делегаттар араһында Башҡорт дәүләт университеты студенты Илһам Хәбибуллин да бар. 4-се курста белем алыуына ҡарамаҫтан ул буласаҡ эш урынын көнэлгәре хәстәрләй.Эш тәҡдим итеүсе ойошмалар ҙа форумға ҙур өмөттәр бағлай. Мәләүездән килгән Артур Ғабдуллин үҙ предприятиеһы өсөн белгестәр менән ҡыҙыҡһына.Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова „хеҙмәт баҙарында етәкселәр һаны ҡырҡа арта, — тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта эшселәрҙең һөнәри һәләт кимәле кәмей. Сәнәғәт, металлургия, машиналар төҙөү тармаҡтары кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Мәскәү делегаты фекеренсә, илдә белем үҙләштереүсе йәштәр өсөн  һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт селтәре — IT-навигатор –кәрәк.Махсус күргәҙмәләр, төрлө темаларға фекер алышыуҙар, бизнес-тренерҙарҙың тәжрибә уртаҡлашыу дәрестәре, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн иҡтисади уйындар – барыһы ла яңы шарттарҙа хеҙмәт капиталы менән уңышлы идара итеү сараларын билдәләү өсөн ойошторолдо. Форум эшен иртәгә тамамлай.  Иҡтисад үҫешенең яңы алымдары кеше капиталын дөрөҫ файҙаланыуға нигеҙләнә. Бының өсөн иҡтисади эшмәкәрлек субъекттарының һәр ҡайһыһында хеҙмәт кешеһенең уңышлы эшләүе мөһим. Форумда ҡатнашыусылар ошо тәжрибәне уртаҡлаша. 

Яндекс.Метрика