Салауат ҡалаһы халҡын Есенин рухы солғап алды

Бында бөйөк әҙиптең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы үҙенсәлекле күргәҙмә асыу тантанаһы үтте. Мең ярым экспонаттан торған музей Башҡортостанда ғына түгел бөтә Волга буйы федераль округында тәүгеһе. Хаттар, фоторәсемдәр, төрлө телдәргә тәржемә ителгән шиғырҙары, үҙе иҫән саҡта баҫтырылған 8 китабы. Уларҙың барыһын да Зәбир Исламов ҡәҙерләп һаҡлай. 25 йыл элек бер шиғырҙар йыйынтығынан башлана уның бөйөк шағир менән ҡыҙыҡһыныуы. Хәҙер 1500 тирәһе экспонат йыйылған.4 ай дауамында барған әҙерлек июль айында балалар рәсемдәренән башлана. Тамашасыны 20 быуатҡа алып ҡайтыуҙа музейҙың бөтә хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашҡан.Хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси коллекцияһы ла урынлы  ҡулланылған.  Олатай тәрбиәһе алып үҫкән Есениндың бала сағы ауыл тормошо менән бәйле. Күргәҙмәне ойоштороусылар ошо атмосфераны булдырыу өсөн залдың уртаһына бесән өйөмө урынлаштырған. Һәм унда Есениндың тәүге шиғырҙары эленгән.Күргәҙмәлә бөйөк шағирҙың тәүге аҙымдарынан алып әлегәсә тулыһынса асыҡланмаған үлеменә тиклем тулы мәғлүмәт бирелгән. Күргәҙмәләге мең ярым экспозицияның хужаһы Зәбир Исламов, урындағы газета мөхәррире. Бөйөк әҙиптең тормошон өйрәнеүгә 25 йыл ғүмерен бағышлаған. Эш урыны ла ябай түгел уның.Есенин менән Башҡортостанды бәйләүсе ептәрҙең  тәүгеһе-уның дуҫы, кейәүе Василий Наседкин булһа, икенсеһе бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе шағирҙарыбыҙ. Шуларҙың береһе -Рәми Ғарипов.Күргәҙмәне киләсәктә Салауат ҡалаһында ғына түгел Башҡортостандың башҡа район һәм ҡалаларында ла ойоштороу ҡарала. 

Яндекс.Метрика