Бөгөн Өфөлә пассажирҙар йөрөтөүсе микроавтобус ҡатнашлығында сираттағы авария теркәлде

Йәрәхәтләнеүселәр бар. Улар ВАЗ машинаһы пассажирҙары. Уларҙы автомобилдән  сығарыу өсөн махсус ҡорамалдар кәрәк булған. Микроавтобуста авария мәлендә кеше булмаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27-се октябрь Өфөлә микроавтобус һәләкәткә осрағайны. Фольксваген автомобиле менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә ул яңдауына ятты. Микроавтобуста Рудольф нуриев исемендәге хореография колледжынан балалар диспансеризацияға китеп барған.

Яндекс.Метрика