Таможня хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне

Ошо уңайҙан башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, өлгәшелгән ҡаҙаныштар билдәләнде. Бөгөнгө шарттарҙа таможня төп иғтибарҙы сауҙа предприятиеларын көнбайыш илдәре тарафынан санкция һалынған тауарҙарҙан ҡурсалау мәсьәләһенә йүнәлтә.Рәсәйҙә санкция исемлегенә ингән аҙыҡ-түлек юҡҡа сығарыла. Ил сигендәме, магазин кәштәләрендәме — Европа илдәренән алынған йәшелсә-емеш, һөт, ит ризыҡтары һәм башҡа тауарҙар индереү һәм һатыу тыйылған. 2015-се йылдың үткән 9 айында Республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 1 миллиард 240 миллион ярым доллар тәшкил итте. Таможня хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә был күрһәткес элекке йылға ҡарағанда 30 процентҡа кәмегән. Экспорт 20-нән ашыу, ә импорт 52 процентҡа ҡыҫҡартылған. Сауҙа әйләнешенә Ситес халыҡ-ара сауҙа конвенцияһы исемлегендәге ҡайһы бер экзотик хайуандар һәм уларҙың ҡарасҡыларын индереүҙе тыйыу ҡағиҙәләре лә йоғонто яһай. Рәсәйҙә тыйылған транспорт сараларын, илгә индереү сикләнгән тауарҙарҙы йөрөтөү осраҡтары ла асыҡлана. Уларҙы һатыусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Санкция һалынған тауарҙарҙан тыш таможня хеҙмәтенең башҡа мөһим бурыстары ла үҙ ваҡытында теүәл үтәлә.Таможня хеҙмәткәрҙәре йыл башынан административ хоҡуҡ боҙоуҙың 664 осрағы теркәгән. Наркотик һәм психотроп мәтдәләр ташыусыларға ҡарата биш енәйәт эше асылған. Хоҡуҡ боҙоусыларға 131 миллион күләмендә штраф ҡаралған. 

Яндекс.Метрика