Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Розетта космос аппараты бортына ҡуйылған һәм Чурюмов-Герасименко кометаһын тикшереүсе Росина спектроскопы уның ҡойороғонда молекляр кислород тапҡан.  Был ғалимдар өсөн көтөлмәгән асыш. Розетта аппараты космосҡа 2004-се йылда осоролғайны.

Халыҡ-ара гуманитар ойошмалар Йеменда сик белмәүсе табиптар ойошмаһы дауаханаһын утҡа тотоуҙы тикшерергә саҡыра. Ойошма президенты  әйтеүенсә, Йеменда алты айҙа ғына 19 дауахана емерелгән.

Фольксваген концерны юғалтыуҙар кисерә. Өсөнсө кварталда ғына  күрелгән зыян 1 миллиард 67 миллион евроға еткән. Һуңғы 15 йылда тәүге тапҡыр ошондай  хәл күҙәтелә. 



Последние новости