Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе 60-ҡа яҡын гүзәл зат Әсәлек даны миҙалына лайыҡ булды

Республикала 17 йыл дауамында 7 мең тирәһе әсәгә ошо дәүләт наградаһы тапшырылған. Бала бағыу үҙе һөнәр. Ә награда алырға килеүсе әсәләрҙең күпселеге үҙен бала ҡарауға бағышлаһа ла, араларында эшләп йөрөүселәре лә бихисап.  “Миҙалды күкрәккә таҡҡанда — ғүмер бүләк иткән һәр баланы ҡосаҡҡа алған мәлдәр тағы ла бер тапҡыр күҙ алдынан үтә” — тиҙәр наградланыусы әсәләр. Ысынлап та, миҙал — ул йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереше. Бындай батырлыҡҡа  ҡыйыу кешеләр генә һәләтле, тине әсәләрҙе тәбрикләүсе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.  Үҫтергән балаларҙың изгелеген күрергә яҙһын тигән теләк белдерҙе ул.Әсә – бөтә башланғыстарҙың башланғысы. Был исемде ғорур йөрөтөүсе гүзәл заттарға булған мөнәсәбәт буйынса кешенең һәм илдең рухи кимәле билдәләнә. Ошо йәһәттән, беҙҙең республикала әсәләрҙең абруйы юғары кимәлдә тип әйтергә мөмкин. 

Яндекс.Метрика