2-се ноябргә Өфөлә Хәбәрҙәр ФМ радиоһын туйлау тантанаһы билдәләнгән

Ошо уңайҙан Башҡортостанға Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе, шулай уҡ Волга буйы һәм Урал федераль округы филиалдары директорҙарының килеүе көтөлә. Хәбәрҙәр ФМ радиостанцияһы журналистары Владимир Аверин менән Гия Саралидзе Өфө студияһынан тура эфирҙа бөтә Рәсәй өсөн тапшырыу алып барасаҡ. Әңгәмәгә Башҡортостан Республикаһы башлығы саҡырылған.  Радио тыңлаусылар Хәбәрҙәр ФМ станцияһын сифатлы яңылыҡтар, Рәсәй һәм донъялағы мөһим ваҡиғалар барышын тура тапшырыуҙар, уларға эксперттар ярҙамында төплө аңлатмалар биреүсе киң мәғлүмәт сараһы, тип белә. Хәбәрселәр селтәре буйынса илдең иң ҡеүәтле радиостанцияһы булараҡ Хәбәрҙәр ФМ — тәүҙә бел, тигән оранына тоғро ҡалып бар яңылыҡтарҙы беренсе еткерә. Ошо уҡ көндө, 2-се ноябрҙә, Өфөлә Бөтә Рәсәй Дәүләт Телерадиокомпанияһы филиалының яңы теле- һәм радио миҙгелен асыу тантанаһы ла була. Рәсәй-Башҡортостан, Рәсәй24- Башҡортостан, Рәсәй Мәҙәниәт – Башҡортостан каналдары һәм Рәсәй Радиоһы яңы проекттар менән яңы тапшырыуҙар селтәрен тәҡдим итә.    



Яндекс.Метрика