Бөгөн Өфөнөң Октябрь районында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды

6 мең квадрат метр майҙанда теннис корты, 2 футбол яланы һәм 3 баскетбол майҙансығы шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн юлдар, скалодром урынлашҡан. Йәш футболсыларға хәҙер күнекмәләр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Быға тиклем күпләгән командаларға бер майҙансыҡта сират буйынса уйнарға тура килгән. Октябрь районының Олимп командаһы уйынсылары Ансар, Фидель һәм Наиль яңы майҙансыҡты һынап та ҡараны. Комплексты асыу уҡыусылар һәм йәш спортсылар өсөн ысын байрамға әүерелде. Бында хәҙер ҡала кимәлендәге ярыштар ҙа уҙғарыласаҡ. Быйыл Өфөлә генә ошондай өр-яңы 3 спорт майҙансығы төҙөлгән. Улар Башнефть компанияһы ярҙамы менән эшләнгән. Киләһе йылда тағы ла 8 спорт объектын сафҡа индереү күҙаллана. Ә 2019 йылға, халыҡ-ара балалар уйынына Өфөлә өр яңы 50 метрлыҡ бассейн төҙөргә лә ниәтләйҙәр.

Яндекс.Метрика