Шүлгәнташ ҡурсаулығында үҙенсәлекле видео төшөрөлгән

Йәшерен видеокамералар айыуҙың нисек итеп солоҡто туҙҙырыуын төшөргән. Быға тиклем тайыштабандың ошондай ҡылыҡтарын ентекләп күҙәтеү мөмкинлеге юҡ ине. Күренеүенсә, айыу тәжрибәле солоҡса кеүек 8 метр бейеклегенә күтәрелеп, артҡы аяҡтарына таяна ла томшоғо менән туҡмаҡты этәреп, балды ашай башлай. Солоҡҡа ул бал бөткәнсе, бер нисә тапҡыр менеп төшә. Төнөн иһә туҙҙырылған һыуһар килеп ҡалған балды татып ҡарай. 

Яндекс.Метрика