Салауаттағы атышҡа бәйле ике кеше ҡулға алынған

Көнэлгәре хәбәр ителеүебеҙсә, яранланған кешеләрҙең береһен табиптар ҡотҡара алманы. 28-се октябрҙән 29-на төндә Салауатта шәхси автосервис биләмәһендә ете кеше ҡораллы һөжүмгә тарығайны. Күҙәтеү камералары яҙмаһында сәғәт өстәр тирәһендә автосервис урынлашҡан  „Төнъяҡ„ базаһына машина килеп туҡтағаны, унан ҡара кейем кейгән 8 кеше сығып фажиғә урынына юлланғаны теркәлгән. Береһенең ҡулында мылтыҡҡа оҡшаған әйбер күренә. Һөжүм итеүселәргә бары биш минутҡа яҡын ваҡыт талап ителгән. Артабан урындағы эшҡыуар һәм уның дуҫтары ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Улар әле дауаханала һаҡ аҫтында ҡала. Автосервис хужаһы ҡаты яраларынан вафат булды. Уның атаһы, енәйәтселәр тәүлек үткәнсе табылмаһа, үҙем кисектергеһеҙ саралар күрәсәкмен, тип белдергән. Төнгө атышҡа ете дуҫтың береһе тарыған атомобиль аварияһын телефон камераһына төшөрөү сәбәпсе булыуы ихтимал, тигән фараз бар. Видеояҙмала бәхәстән һуң бер кешенең икенсеһенең йөҙөнә пистолеттан атыуы теркәлгән. Әлеге ваҡытта енәйәткә ҡағылған бар сәбәптәр тикшерелә.



Последние новости

Яндекс.Метрика