Бөгөн төндә яуған ҡар Өфөлә автомобиль хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы

Етмәһә, Ладыгин урамында машиналарға ағас ауҙы. Тәбиҙәт көйһөҙлөгө ҡасанға тиклем дауам итер? Төнгө 12-се яртыла бер-бер артлы эшләй башлаған сигнализация тауышынан Октябрь проспектының 150/2 йортонд йәшәүселәр тертләп уянһа,  ошо 4 автомобиль хужалары өсөн был төн бөтөнләй йоҡоһоҙ үтә.Автомобилдәрен кисәтн Ладыгин урамы яғынан туҡталҡаға ҡуйыусылар кейенер-кейенмәҫтән урамға йүгереп сыға.Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған водителдәр торлаҡ-файҙаланыу хужалығына мөрәжәғәт итә. Тәү сиратта хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре юлды ботаҡтарҙан таҙарта. Ә автомобилдәр өҫтөндәге ҙур ағас олонон тик кран менән генә күтәреү мөмкин, тип хәбәр итә зыян күреүселәргә. Ҡотҡарыу хеҙмәтендә бындай хәлдәрҙең Өфөлә ғәҙәти күренеш булыуын  белдерә.Зыян күреүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында ағас ботаҡтарын бысмауы һәм һауа торошо ағастың ауыуына килтергәндер, тип һанай һәм кемдән ярҙам һорарға ла белмәй. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. 

Яндекс.Метрика